Илдең төп майҙанында байрамда ҡатнашыу күп балалар өсөн ысын хыялға әүерелә, ҡыҙҙарға олимпиадалағы уңыштары арҡаһында тормошҡа ашырыла. Самира Тутаева тирә-яҡ донъя буйынса Ю.А. Гагарин Кубогына уҡыусылар олимпиадаһы призеры һәм Учи.ру платфотмаһында үткәрелгән “Хәүефһеҙ юлдар” Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүсеһе. Ә Әҙилә Һөйәрембәтова полиолимпиада буйынса Ю.А. Гагарин Кубогына Республика Олимпиадаһының Республика (һуңғы) этабы призеры һәм 2025 йылда “Таланттар Марафоны” халыҡ-ара конкурсының беренсе дәрәжә лауреаты.
Әҙилә үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Ҡыҙ йыл һайын Рәсәйҙең бөтә мөйөштәренән меңәрләгән баланы йыйған әкиәт байрамын үҙ күҙҙәре менән күреү шатлыҡ һәм түҙемһеҙлек көткән.
- Сағыу гирляндалар һәм матур кейемдәге бик күп малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында булыу ысын әкиәттәге мөғжизә кеүек тойолдо. Яҡты залдың уртаһында ҙур шыршы булды, - ти Әҙилә Һөйәрембәтова.
Был сәйәхәт ҡыҙҙың йөрәгендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра. Ул яңы тәьҫораттар, сағыу эмоциялар һәм мөғжизәләрҙең беҙҙең эргәлә булыуына ышаныс менән өйөнә ҡайта.