“Көнөнә 3-4 кеше төрлө һорау менән мөрәжәғәт итә, - ти Рәмзиә Хәлитова. - ЭКГ һәм күҙ баҫымын тикшерергә киләләр, айына уртаса биш кеше диспансеризация тикшеренеүен үтә. Ауылдаштарға анализдар тапшырырға, бушлай дарыу юлларға ярҙам итәм.”
Заманса йыһазландырылған йылы ФАП-тар фельдшерҙар өсөн дә, пациенттар өсөн дә бик уңайлы.
29 ғинуарҙа күсмә анализдар тапшырыу буласаҡ, мөмкинлектән файҙаланып, һыртландар күрһәткестәрҙе тикшерә ала.