Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
24 Ғинуар , 18:00

Ата-әсәһенең аҡсаһын мутлашыусыларға күсергән

БР буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, бәлиғ булмаған ҡыҙға курьер хеҙмәтенәнмен тип шылтыратып, посылка килтереүҙәрен, уны алыу өсөн смс-тан килгән кодты әйтергә кәрәклеген еткерәләр.

Ҡыҙ, бер нимәнән дә шикләнмәйенсә, һандарҙы хәбәр итә. Бер аҙ ваҡыттан ҡыҙға төрлө хеҙмәттән шылтыратыуҙар яуа. Әсәһенең аккаунтын емереп, аферистар дуҫ булмаған илдәргә аҡса ебәреүҙәре ихтимал тип ҡурҡытыуҙар башлана.

Уларҙың һүҙҙәре тәьҫирендә ҡыҙ өйҙә булған 640 мең һум аҡсаны билдәһеҙ әҙәмдәргә күсерә.

Балаларға, үҫмерҙәргә мутлашыусыларҙың төрлө ысулдары тураһында аңлатырға кәрәк, ти БР буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас