

Фажиғә Приют станцияһында була. Кис еткәс, 57 йәшлек ҡатын яҡынлашып килгән поезд алдынан тимер юл аша сығырға була, әммә өлгөрмәй. Ул үлемесле йәрәхәттәрҙән вафат булған, тип хәбәр итә «Башинформ». Билдәле булыуынса, машинист ашығыс рәүештә тормозға баҫырға маташа һәм сигнал бирә. Мәрхүм Йәрмәкәй районында йәшәгән.