Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы мәктәп төҙөлөшө еңел бирелмәүен билдәләне.
Көнсығыш белем биреү үҙәгендә төҙөлөш 2022 йылдың сентябрендә башланды. Ул 3 корпусты берләштерә. 1 200-ҙән ашыу балаға иҫәпләнгән. Яҡын арала баш ҡаланың 46-сы лицейында ремонт эштәре башлана. Уҡыусылар ваҡытлыса Затондағы яңы мәктәпкә күсерелә.