Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль , 16:20

Смаҡтар Көйәргәҙе районы Тамъян ырыу вәкилдәрен ҡабул иткән

Ғинуар айының һуңғы йомаһында Көйөргәҙе районынан Тамъян ырыуы делегацияһы Мәләүез районында йәшәгән ырыуҙаштары менән танышып күрешеү, һөйләшеп, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу маҡсатында Смаҡ ауылына барып ҡайтҡан.

Смаҡтар Көйәргәҙе районы Тамъян ырыу вәкилдәрен ҡабул иткән
Смаҡтар Көйәргәҙе районы Тамъян ырыу вәкилдәрен ҡабул иткән

Мәләүез тамъяндары, һәр ваҡыттағыса, ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға ныҡлы әҙерләнгән. Илкәнәйҙәргә Динис Бүләков исемендәге музей, ауыл ағинәйҙәренең МХО-ға күрһәткән ярҙамы өлгөләренән, Зилә Смакова, Фәнзилә Бураканованың ҡул эштәренән, Фәнил Яманаев картиналарынан торған күргәҙмә, ауыл китапханаһы бик оҡшаған.
Рөстәм Вахитов Илкәнәй ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы ғына түгел, Көйөргәҙе районында Тамъян ырыуы ҡор башы вазифаһын да алып бара. Ғөмүмән, уның төрлө яҡлап талантлы, оҫта ойоштороусы икәнен әйтеп китеү зарур. Илкәнәйҙәр смаҡтарға күстәнәскә концерт номерҙары алып килгән. Тыуған яҡ, һәр кемгә иң ҡәҙерле булған әсәйҙәргә, туғандарға арналған тәрән мәғәнәле шиғыр-йырҙарҙы ауыл аяғүрә баҫып алҡышлаған. Осрашыуҙан йылы тәьҫораттар менән ҡайтҡан көйөргәҙеләр февралдә Ҡотош ауылына ла барырға ниәтләй.

Автор: Аклима Имамова
Читайте нас