Көнгәк
-8 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль , 21:00

Страховка иғәнәләре өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға?

Ирекле пенсия страховкаһы килешеүе буйынса түләнгән страховка иғәнәләре өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға — Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата.

Страховка иғәнәләре өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға?
Страховка иғәнәләре өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға?

Дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондына (НПФ) йәки страховка ойошмаларына ирекле иғәнәләр күсерәһегеҙ икән – һеҙ социаль һалымды кәметеүгә хаҡлы. Физик шәхестәрҙең килеменән түләнгән һалымдың бер өлөшөн – иғәнәләр дәүмәленең 13 процентын – кире ҡайтарырға мөмкин, әммә был һан билдәләнгән лимиттан артмаҫҡа тейеш.

Ҡайтарма тураһында ғариза документтар тапшырғанға тиклемге һуңғы өс йыл өсөн бирелә. Мәҫәлән, 2026 йылда 2023, 2024 һәм 2025 йылдарҙа түләнгән иғәнәләр өсөн һалымды кире ҡайтарырға мөмкин.

Кәрәкле документтар иғәнәләрҙе рәсмиләштереү ысулына һәм түләү йылына бәйле. 2024 йылдан ҡайтармаға хоҡуҡты иҫбатлар өсөн иғәнәләрҙе түләү тураһында дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фонды йәки страховка компанияһы раҫлаған форма буйынса белешмә лә етә. 2024 йылға тиклемге осорға иһә түләү документтарының күсермәләрен, дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фонды менән килешеүҙең күсермәһен һәм туғанлыҡты раҫлаусы документтарҙы (иғәнәләр туғаны өсөн түләнгән осраҡта) тапшырырға кәрәк.

Иғәнәләр эш биреүсе аша түләнһә – эш биреүсенән тотоп ҡалынған иғәнәләр дәүмәле тураһында белешмә.

Максималь ҡайтарма дәүмәле йылына һәм ҡайтарма төрөнә бәйле: 2024 йылға тиклем – 120 000 һум; 2024 йылдан – 150 000 һум.

Ҡайтарманы эш биреүсенән бухгалтерия аша, һалым инспекцияһында йәки һалым түләүсенең шәхси кабинетында онлайн алырға мөмкин.

Ҡайтарманы үҙең өсөн дә, тормош иптәшең, ата-әсәң, инвалид балаларың өсөн дә алырға мөмкин.

Иғтибар итегеҙ, һеҙ дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондынан аҡсағыҙҙы ваҡытынан алда алырға ҡарар итһәгеҙ, алынған һалым ҡайтармаһын кире бирергә тура киләсәк – фонд автоматик рәүештә һеҙгә ҡайтарылған сумманың 13 процентын тотоп ҡала.

Социаль һалым ҡайтармаһы тураһында тулыраҡ – Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтында.

Автор: Аңлатабыҙ. Башҡортостан
Читайте нас