❶ әгәр ғаилә 7 йәшкә тиклемге баланы ҡабул итһә — 32 718, 02 һум (район коэффициентын иҫәпкә алып);
❷ әгәр 7 йәштән өлкән бала йәки инвалид йәки ике һәм унан күберәк бала (ағай-эне һәм апай-һеңле) булһа, ул саҡта дәүмәл күпкә юғарыраҡ — һәр балаға 249 992,3 һум.
Пособие алыу өсөн ғаризаны баланы ғаиләгә ҡабул иткәндән (уллыҡҡа алыу, опека булдырыу, баланы ғаиләгә ҡабул итеү тураһында килешеү төҙөү) һуң 6 ай эсендә бирергә кәрәк.
Ғаризаны Рәсәй Федерацияһы Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең теләгән бер клиент хеҙмәтендә, Күп функциялы үҙәктә йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша онлайн бирергә мөмкин.
Ҡарар 10 эш көнө эсендә ҡабул ителә. Түләү — ҡарар ҡабул ителгәндән һуң 5 эш көнөнән һуң килә.
➤ Түләүҙәр буйынса өҫтәмә мәғлүмәт кәрәк булһа, 8-800-100-00-01 телефоны буйынса Социаль фондтың Берҙәм элемтә үҙәгенә шылтыратығыҙ. .
➤ Уллыҡҡа алыу мәсьәләләре буйынса белешмә кәрәк булһа, йәшәгән урынығыҙ буйынса опека һәм попечителлек органдарына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Улар уллыҡҡа алыуҙы рәсмиләштереү менән шөғөлләнә һәм уллыҡҡа алыусы була алаһығыҙмы-юҡмы тигән һығымта бирә.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан