Уның нисек эшләүе һәм нимәнән башларға – Рәсәй банкыһының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре аңлата:
ПДС – дәүләт ярҙамы менән ирекле туплау программаһы. Ул:
❶ дәүләт ярҙамы менән аҡса йыйырға;
❷ киләсәктә өҫтәмә килем алырға;
❸ көтөлмәгән осраҡтарҙа финанс резерв булдырырға ярҙам итә.
ПДС-тың төп үҙенсәлеге – дәүләт менән уртаҡ финанслау. Бюджет өҫтәмәһе күләме – килешеү ғәмәлгә ингән тәүге 10 йылда йылына 36 мең һумға тиклем.
Ҡатнашыусылар өҫтәмә рәүештә оҙайлы һаҡлыҡ программаһына дәүләт пенсияһының бер өлөшө булырға тейешле пенсия тупланмаларын күсерә ала. Шулай уҡ дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фонды аҡсаларын инвестицияларға иҫәп тота ала (фонд ҡатнашыусылар аҡсаһын уларҙың килемен арттырыр өсөн һала).
Программаға нисек инергә?
Оҙайлы һаҡлыҡ программаһына ҡушылыр өсөн дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фонды (НПФ) менән сайтта, фонд офисында йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша килешеү төҙөргә. Һәм иҫәпкә күпмелер аҡса һала башларға.
Уртаҡ финанслау алыуҙың шарттары – йылына 2 мең һумдан да кәм булмаған иғәнәләр индереү.
Йыйылған аҡсаны ҡасан һәм нисек алырға?
Килешеү төҙөлгәндән һуң 15 йыл үткәс йәки ҡатын-ҡыҙ – 55, ирҙәр – 60 йәшкә еткәс.
Аҡсаны ваҡытынан алда айырыуса тормош хәлендә алырға мөмкин. Мәҫәлән, ҡиммәтле дауа өсөн түләү талап ителгән йәки ҡараусыңды юғалтҡан осраҡта. Башҡа осраҡтарҙа бюджет өҫтәмәләре һәм инвестиция килеменән тыш күләм генә бирелә.
Ҡатнашыусылар өсөн гарантиялар һәм ташламалар:
❶ Программала ҡатнашыусыларҙың тупланған аҡсалары һаҡ аҫтында – 2,8 миллион һумға тиклем аҡса страховкалана.
❷ Ҡатнашыусылар һалым ҡайтармаһын алырға хоҡуҡлы. 2026 йылдың 1 сентябренән балалары файҙаһына оҙайлы һаҡлыҡ аҡса туплаған ата-әсә өсөн һалым ҡайтармаһының иң юғары күләме 400 меңдән 500 мең һумға тиклем артасаҡ.
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
Пенсияның тупланма өлөшөнә өҫтәмә иғәнәләр түләгәндә нисек һалым ҡайтармаһын алырға
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан