Көнгәк
-14 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль , 16:00

Башҡортостанда бер ҡатын элекке ирен күҙәтеү өсөн фатирҙа камералар ҡуйған

Ир айырылышҡандан һуң фатирҙан күсеп китә, әммә һуңыраҡ кире ҡайта, сөнки был уның берҙән-бер йорто була. Камераларҙы тапҡас, полицияға бара. Әммә унда енәйәт составы юҡ тип аңлаталар: элекке ир менән ҡатындың торлаҡтарын суд аша бүлешәләр, шуға күрә закон буйынса ҡатын-ҡыҙҙың быға хоҡуғы бар.

Башҡортостанда бер ҡатын элекке ирен күҙәтеү өсөн фатирҙа камералар ҡуйған
Башҡортостанда бер ҡатын элекке ирен күҙәтеү өсөн фатирҙа камералар ҡуйған

Шул саҡта ир судҡа мөрәжәғәт итә һәм 67 мең һум мораль компенсация талап итә. Һөҙөмтәлә уның элекке ҡатынын камераларҙы алып ташларға мәжбүр итәләр, әммә түләтмәйҙәр.

Автор: Аклима Имамова
Читайте нас