Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе инстанция суды ҡарары буйынса хөкөм ителгән кеше шулай уҡ 560 миллион һум штраф түләргә тейеш. Бынан тыш, уны 12 йылға дәүләт власы органдарында етәксе вазифа биләү хоҡуғынан мәхрүм итәләр. 2023 йылдың декабренән 2024 йылдың апреленә тиклем элекке вице-премьер аралашсы, экс-транспорт министры Александр Клебанов аша «Дортрансстрой» компанияһы етәкселегенән 37 миллион һумдан ашыу аҡса ала. Бының өсөн ул юл хужалығы өлкәһендәге эштәрҙе башҡарыуға контракттар төҙөүҙә, уларҙы ваҡытында түләүҙә, шулай уҡ хеҙмәт буйынса дөйөм яҡлауҙа ярҙам итергә вәғәҙә бирә. Бөтәһе 560 миллион һумлыҡ алты контракт буйынса ришүәт алына, һәр береһе буйынса кире ҡайтарыу күләме 10 процент тәшкил итә.