

Никахыбыҙ 2007 йылда теркәлде. Өлкән улыбыҙ иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡый, көҙгөһөн училищены тамамлағас, армияға бара. Ҡыҙыбыҙ һигеҙенсе класта, кесе улыбыҙға ике йәш ярым. Беҙ өсөнсө балабыҙ булыр тип уйламағайныҡ та, - тип көлә Гүзәл. - Мин ҡаланың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү бүлеге хеҙмәткәре булып эшләнем, әле декрет ялында. Ирем мобилизацияға тиклем «Арҡайым» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә водитель-экспедитор булып эшләне, мәктәп һәм балалар баҡсаһына аҙыҡ-түлек ташыны. Тормошобоҙ шулай үҙ яйы менән дауам итер һымаҡ ине.
2022 йылдың октябрендә Николай Юрьевич мобилизация буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә саҡырыла. Ул Донецк йүнәлешендә мотоуҡсылар ғәскәрендә идара итеү ротаһы водителе булып хеҙмәт итә. Әлбиттә, ауыл тормошо еңел түгел, мәшәҡәттәр Гүзәл Дәүләтша ҡыҙы һәм балалар иңенә төшә.
- Беҙ Троицк ауылында йәшәйбеҙ. 2022 йылға тиклем мал аҫыраныҡ, тормош иптәшем мобилизацияланғандан һуң мал-тыуарҙы бөтөрөгә тура килде, баҡсаны ла бәләкәсәйттеҡ. - Шул йылдың яҙында өс умарта алған инек, бөгөн шуларҙы үҙаллы тәрбиәләргә өйрәнеп, ете башҡа еткерҙем. Милли йола буйынса балды Гүзәл башта туғандарына тарата. Хәҙер сифатлы продукцияны таныштары ла алдан заказ биреп килеп ала икән. Бөгөн умартасылыҡ бәләкәй генә ғаилә эшенә әүерелгән.
Николай Юрьевич махсус хәрби операция зонаһында водитель булып хеҙмәт итә. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы генерал Шайморатов ордены менән билдәләнгән. Авдеевка йүнәлешендә УАЗ машинаһында яугирҙәргә төшкө аш алып барғанда машинаһына FPV дрон (дрон-камикадзе) һөжүм итә. Ошонда ул ҡаты яралана. Бөгөн яугир реабилитация курсы үтә.
- Ул шул тиклем иғтибарлы, ҡулынан килмәгән эш юҡ. Тимергә йән өрә тигәндәре тап уға ҡағылған һымаҡ,- тип ҙур һөйөү менән һөйләй Гүзәл, Ирем менән бәхетлемен. Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ, хатта уйҙарыбыҙ ҙа бер үк. Ике милләттән булһаҡ та таныштарыбыҙ йыш ҡына оҡшашһығыҙ, тиҙәр. Яратҡан парҙарҙың йәшәй-йәшәй бер-береһенә оҡшай тигәндәретураһында уҡығаным бар, бәлки, был ысынлап та шулайҙыр. Ғаиләнең бәхет нигеҙен бер-береңде тыңлау һәм ишетеү, фекерен хөрмәт итеүҙә күрәм. Беҙ электән йорт эштәрен бүлеп башҡарманыҡ - ирем саң һурҙыра, һауыт-һаба йыуа, ә миңә сығып ҡар таҙартыу, ер ҡаҙыу бер ни түгел.
Глазуновтар ғаиләһенең киләсәккә планы ҙур. Өлкән улдары юғары белем алырға ниәтләй, ҡыҙҙары медицинаға йүнәлеше буйынса уҡырға инергә хыяллана, кеселәре генә әлегә уйын менән мәшғүл.
Күп балалы ғаилә рухи яҡтан бай һәм тирә-яҡтағыларға яҡшылыҡ, йылылыҡ бүләк итә. Өс бала эшһөйәрлек һәм тыуған яҡҡа тәрән һөйөү менән тәрбиәләнә. Уларҙың һөйөү усағы ысынлап та, төрлө ҡаршылыҡ менән һынау аша үткән. Беҙ ҙә был ғаиләгә именлек һәм Николайҙың тиҙерәк шәбәйеүен теләйбеҙ!
Гөлназ САЛАУАТОВА.
Фото ғаилә архивынан.