1-се схема: «Йортта йәшәүселәр йыйылышы»
Чат булдырып, проблемаларҙы тикшерергә тотоналар. Чатта 5-6 енәйәтсе һәм бер ҡорбан ҡатнаша. Нисек эш итәләр: ышаныс тыуҙырыу өсөн «өйҙәге проблемалар» тураһында фекер алышалар. Ҡорбанға һылтанмалар ебәрәләр һәм бот тарафынан ҡоролған кодтарҙы хәбәр итеүҙе һорайҙар.
2-се схема: «Бушлай техника һәм мебель»
Мутлашыусылар йорт һәм район чаттарында кәрәкмәгән әйберҙәрҙе бушлай биреү тураһында иғландар яҙа. Был нисек эшләй: ҡыҙыҡһынған кешеләргә мәғлүмәттең дөрөҫ икәнлеген раҫлау маҡсатында әйберҙәрҙең фото һәм видеоһы ебәрелә. Тапшырыр алдынан, уларҙы тик курьер аша ғына килтерергә мөмкин,тип белдерәләр. Килтереп тапшырыуҙы раҫларға һылтанма ебәрелә, ул иһә телефонды шикле программа менән зарарлай.
Нисек һаҡланырға:
Чаттарҙан алынған һылтанмалар аша үтмәгеҙ һәм СМС-хәбәр булараҡ килгән кодтарҙы бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ. Чатта ҡатнашыусыларҙы тикшерегеҙ. Шикле тәҡдимдәр тураһында яҡындарығыҙ менән фекер алышығыҙ.
Туғандарығыҙҙы, бигерәк тә өлкән быуынды иҫкәртегеҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан