фатирҙа йәшәүселәр – фатирҙағы приборҙар өсөн
идарасы компания – йортта газ үткәргестәр һәм елләтеү ҡоролмалары өсөн
газ хеҙмәте – техник хеҙмәтләндереү өсөн (йылына бер тапҡыр тикшереү)
Нимәләр эшләргә ярамай:
газ ҡорамалдарын үҙаллы ремонтларға йәки күсерергә
елләтеү системаһын һәм газ торбаларын ҡапларға
ҡоролошто килешеүһеҙ үҙгәртергә
приборҙарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырырға
плитаны бүлмә йылытыу маҡсатында ҡулланырға
газ менән йыһазландырылған бүлмәлә йоҡларға
Өйҙә газ еҫе сыҡһа, нимә эшләргә:
❶ приборҙарҙағы һәм торбаларҙағы крандарҙы ябығыҙ
❷ бинаны елләтегеҙ.
❸ яҡтылыҡты һәм электр приборҙарын ҡабыҙып-һүндермәгеҙ, ут тоҡандырмағыҙ
❹ бүлмәнән сығып китегеҙ
❺ 04, 104 йәки 112 (өҫтәмә 4) телефондарына шылтыратығыҙ
Хәтерҙә тотоғоҙ, ысын газсылар тикшереү тураһында алдан иҫкәртә, таныҡлығын күрһәтә һәм башҡарылған эштәрҙең актын төҙөй.
Техник хеҙмәтләндереү графигын сайтта ҡарарға мөмкин.
Мөһим! Газ ҡорамалдарын ҡулланыу ваҡыты 10-12 йылдан артмай (ҡара: техник паспорт). Иҫке ҡорамалдарҙы ҡулланыу бик хәүефле.
Газ ҡорамалдарын ремонтлау һәм алмаштырыу өсөн 8 (800) 234-05 -00 телефоны буйынса элемтә үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан