

Бында барыһы ла уңайлы булһын өсөн уйлап эшләнгән:
ғаризаны онлайн бирергә мөмкин
кәрәкле документтарҙың аныҡ исемлектәре бар
ентекле күрһәтмәләр бирелгән (ваҡыты, дәүләт пошлиналары, артабанғы ғәмәлдәре)
йыш бирелгән һорауҙарға яуаптар
Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, портал интерфейсы кеше документтарын тиҙ арала яңырта алһын өсөн ҡоролған.
Ниндәй документтарҙы алмаштырырға мөмкин:
РФ паспортын, сит ил паспортын, водитель таныҡлығын, СТС һәм ПТС, ЕГРН мәғлүмәттәрен, хәрби билетты.
Порталда шулай уҡ файҙалы күрһәтмәләр бар. Мәҫәлән, шәхси кабинетта паспорт мәғлүмәттәрен нисек яңыртырға йәки фамилияны үҙгәрткәндән һуң ниндәй документтарҙы алмаштырырға кәрәклеген асыҡларға мөмкин.
Һәм һөйөнөслө бонус! Порталда юғалтҡан СНИЛС һәм ИНН һандарығыҙҙы белергә мөмкин – был документтарҙың ҡағыҙ өлгөләрен тергеҙеү кәрәкмәй. Уларҙың электрон күсермәләре шундай уҡ юридик көскә эйә.
“Документ алмаштырыу” сервисы
Күрһәтмәләр:
Шәхси кабинетта паспорт мәғлүмәттәрен нисек үҙгәртергә
Фамилия үҙгәрткәндән һуң ниндәй документтарҙы алмаштырырға кәрәк
“Тормош хәлдәре” принцибына ярашлы хеҙмәттәр күрһәтеү “Дәүләт кешеләр өсөн” федераль проектының бер өлөшө, ул Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫеш инициативалары исемлегенә индерелгән.