Көнгәк
+2 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март , 15:00

"Ашҡаҙар" ауыл хужалығы предприятиеһы – Мәләүез районының ғорурлығы!

Өфөлә үткән «АгроКомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм агросәнәғәт форумы сиктәрендә Хөкүмәт вице-премьеры-Башҡортостандың Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Илдус Хәлитов тантаналы рәүештә мал һуйыу комплексын сафҡа индерҙе.

"Ашҡаҙар" ауыл хужалығы предприятиеһы – Мәләүез районының ғорурлығы!
"Ашҡаҙар" ауыл хужалығы предприятиеһы – Мәләүез районының ғорурлығы!

“Беҙҙең хужалыҡ-төбәктең агросәнәғәт предприятиелары араһында алдынғылар рәтендә.  Үҫемлекселек һәм малсылыҡ йүнәлешендә үҫешкән предприятиела хәҙер ит эшкәртелә башлай. Инвестиция сәғәтендә ҡатнашҡан проект – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың булышлығында тормошҡа ашырылды. “Ашҡаҙар"  ауыл хужалығы предприятиеһы - Мәләүез районының ғорурлығы!”, - тип ҡотланы предприятие етәкселеген һәм коллективын район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин.

 «АгроКомплекс» күргәҙмәһендә шулай уҡ республикала агросәнәғәт производствоһында ҙур инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырған предприятиелар етәкселәре бүләкләнде. Уларға «Башҡортостандың иң яҡшы агроинвесторы» наградаһы тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Илдус Хәлитов та бар.

 60 йылдан ашыу эшләгән хужалыҡта тотороҡло производство төҙөлә: һуңғы йылдарҙа ғына ике төп проектты тормошҡа ашырыуға ҙур инвестициялар бүленде: һөт комплексын төҙөү һәм һуғарыу системаһын индерелде, шулай уҡ һөт малсылығы өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса мәктәп төҙөлдө, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү, шул иҫәптән тулайым һауымды тәүлегенә 100 тоннаға тиклем арттырыу планлаштырыла.

 - Бөгөн беҙ йылына ҡеүәте 10 000 баш эре мөгөҙлө мал булған үҙ һуйыу цехын астыҡ. Эш процесы хәләл технологияһы буйынса башҡарыла. Параллель рәүештә беҙ ит эшкәртеүҙең киләһе сиратын проектлауға тотондоҡ. Был беҙгә өҫтәмә продукция хаҡын арттырырға һәм яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк, - тип билдәләне Илдус Тимерхан улы.

Илдус Тимерхановичты, "Ашҡаҙар" коллективын юғары награда һәм яңы производство асыу менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә  уңыштар теләйбеҙ!

"Ашҡаҙар" ауыл хужалығы предприятиеһы – Мәләүез районының ғорурлығы!
"Ашҡаҙар" ауыл хужалығы предприятиеһы – Мәләүез районының ғорурлығы!
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас