

Ҡайһы бер ауыл хужалыҡтарының техникаһы старт һыҙығында ғына торһа, Данияр Ғәбитов етәкселегендәге “Иҙел” агрофирмаһы хеҙмәтсәндәре күптән инде баҫыуҙа. Йылдағыса улар мул уңыш үҫтереп алыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Игенселәр эшкә районда тәүгеләрҙән булып яҙғы баҫыу эшенә тотонған, агрегаттар 4 апрелдән эшләй.
“Әлеге ваҡытта ужым культураларын туҡландырыу менән шөғөлләнәбеҙ, шытым яҡшы. Ужым бойҙайы, тамыры ныҡ булһын һәм яҡшы үҫһен өсөн селитра өҫтәйбеҙ,” - ти иҫәпсе-водитель Роберт Дуҫмөхәмәтов.
210 гектар бойҙай яланын эшкәртеү менән биш агрофирма хеҙмәткәре шөгөлләнә. Тракторҙарҙа Александр Овчинников, Иван Меркулов менән Мансур Күзбәков, Владимир Пименов тейәгес машинала һәм Азамат Әлмөхәмәтов ашлама ташый. Аммиак селитраһы Мәләүез минераль ашламалар заводынан алынған.
Башҡа баҫыуҙарҙа ла эш ҡайнай. Әлегә дым ҡаплатыу һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу саралары күрелә.
Бөгөнгә сәсеүгә әҙерлек эштәре бара. Орлоҡтарҙы ике аҙна алдан химикат менән эшкәртергә кәрәк, сөнки шул ваҡытта ғына ул химикаттар орлоҡҡа яҡшы һеңә һәм ямғыр, тупраҡ һыуҙары уны йыуҙырмай. “Иҙел” агрофирмаһы сәсеү эштәренә 15 апрелдән һуң төшөргә ниәтләй.
“Яҙғы бер көн йылды туйҙыра”, тип боронғолар бушҡа әйтмәгән. Аграрийҙарҙың эше күп, Мәләүез районы сәсеү буйынса республикала тәүгеләр иҫәбендә.
Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә яуаплы эштәрендә еңеллек, һауа торошо уңай булып, яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында тамамлап, көҙөн мул уңыш алыуын теләйбеҙ.
Гөлназ САЛАУАТОВА.
Автор фотоһы.
Һүрәттә: 20 йылдан ашыу ауыл хужалығында эшләгән Александр Овчинников үҙ бурысын яҡшы белә.