

Солоҡ ағасынан осоп төшкән иргә ярҙам итер өсөн төнөн ҡуйы урман араһынан квадроциклда алты сәғәт ваҡыт кәрәк булған.
13 июлдә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Улар араһында Нөгөш ауылы һәм яҡын тирәләге Ерек,Һәргәй, Әбет, Боһорман, Һыртлан, Иштуған, Һарыш, Александровка ауылы халҡын хеҙмәтләндергән ашығыс медицина ярҙамы фельдшеры Анна Красуцкая ла бар. Июль башында ул районы биләмәһендә ағастан ҡолаған иргә ярҙам күрһәткән. Зыян күреүсе алыҫ, барып етеүе ауыр урында булған. Эҙләү-ҡотҡарыу отряды белгестәре бер нисә сәғәт дауамында ваҡиға урынына квадроциклда барып етә. Тәүге ярҙам күрһәткәндән һуң пациентты санитар авиация вертолетына тиклем алып барып Өфө дауаханаһына оҙаталар.
- Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренең эше бик ауыр. Улар медицина ярҙамы талап ителгән халыҡҡа беренсе булып килә. Беҙ аҡ халатлыларға ярҙам итергә тырышабыҙ һәм һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың сайтынан.