Көнгәк
+19 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
12 Августа , 11:00

Ҡотороу сирле бесәй менән уйнағандан һуң ҡыҙ бала үлгән

2025 йылда республикала  ҡотороу ауырыуы йоҡторған баланың үлемесле осрағы теркәлгән.

Ҡотороу сирле бесәй менән уйнағандан һуң ҡыҙ бала үлгәнҠотороу сирле бесәй менән уйнағандан һуң ҡыҙ бала үлгән
Ҡотороу сирле бесәй менән уйнағандан һуң ҡыҙ бала үлгән

Фажиғә 2025 йылдың октябрендә Стәрлетамаҡ районында теркәлгән. Вирустың ҡорбаны билдәһеҙ бесәй менән бәйләнешкә ингән ҡыҙ була. Ведомство хәбәр итеүенсә, зыян күреүсенең ҡотороу ауырыуына ашығыс иҫкәртеү үткәрелмәгән.

Республикала ҡотороу ауырыуы буйынса хәл көсөргәнешле ҡала. 2025 йылдың 12 айында төбәктең ете тораҡ пунктында 12 инфекция сығанағы теркәлгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күптән түгел Баймаҡ районының ҡотороу ауырыуы буйынса карантин индерелде. Сикләү саралары 5 августан ғәмәлгә ингән. Мәҫәлән, Өфө, Шишмә һәм Учалы райондарында – бесәйҙәрҙә, Ҡалтасы районында эттәрҙә вирус асыҡланған. Ҡырағай хайуандар араһында Өфө, Иглин һәм Әбйәлил райондарында төлкөләрҙә, шулай уҡ Ҡариҙел районында һеләүһендә һәм Иглин районында януттарҙа ҡотороу ауырыуы раҫланған. Шул уҡ ваҡытта Иглин районында  ике төлкө, эт һәм янут ауырып киткән. 2025 йылда Рәсәйҙә халыҡ араһында инфекция менән сирләүҙең алты осрағы теркәлгән. Башҡортостандағы осраҡ шуларҙың береһе булды.

Белгестәр хайуандар, бигерәк тә берәҙәктәре менән аралашҡанда, мөмкин тиклем тиҙерәк травма пунктына мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. Үлемгә килтереүсе ауырыуҙың үҫешен булдырмауҙың берҙән-бер ышаныслы ысулы-тешләгәндән йәки ҡаҙаҡлағандан һуң тәүге көндәрҙә сигә ҡаршы вакцинаны ваҡытында ҡулланыу. 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас