Көнгәк
+19 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
19 Августа , 17:05

Фестиваль йыл да үткәреләсәк

Быйыл Мәләүез районының Воскресенск ауылында һәм Ишембай районының Верхотор ауылында “Баҡыр” беренсе тау заводы цивилизацияһы фестивале үтте. Баҡыр иретеү заводы биләмәһендә, ҙур байрам ойошторолдо.

Фестиваль йыл да үткәреләсәкФестиваль йыл да үткәреләсәк
Фестиваль йыл да үткәреләсәк

Мәләүез районы Воскресенкий ауылының «Арт-үҙәге Воскресенкий заводы» мәҙәни-туристик йәмәғәт киңлеге проекты 2020 йылда IV бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары конкурсында еңеүсе булды һәм 65 миллион һум күләмендә федераль субсидия алды. Бында шулай уҡ көньяҡ Уралдағы беренсе металлургия (баҡыр ҡойоу) заводының Воскресенск баҡыр иретеү заводы бинаһы һаҡланған. Воскресенск заводының үҙенсәлекле «дублеры» булып Верхотор заводы тора, ул төньяҡ-көнсығышҡа табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Воскресенский баҡыр иретеү заводы комплексы федераль әһәмиәттәге ҡала төҙөлөшө һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора, ил президенты Владимир Путин указы менән Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттарының (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларының) берҙәм дәүләт реестрына индерелгән. Торатау төбәк геопаркы территорияһына инә.

Төбәк етәксеһе фестивалдең тематик майҙансыҡтарын ҡараны, унда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар менән аралашты.

Сараа республика Башлығы Радий Хәбиров һәм килгән ҡунаҡтар Башҡортостан рәссамдарының “Баҡыр-Арт-2026” пленэрында бер аҙна дауамында төшөргән картиналар күргәҙмәһе менән танышты. Өфө, Салауат, Ишембай, Бәләбәй, Мәләүез ҡалаларынан 18 автор үҙ картиналарын тәҡдим итте. Һәр береһе бер нисә эш ижад итә.

Рәссам Альберт Хәбибуллин республика Башлығына “Верхотор ауылының иҫке күпере” картинаһын бүләк итте. Радий Хәбиров картинаны “Ваҡыт театры” паркының визит үҙәгенә тапшырасағын билдәләне. Бынан тыш, картиналарҙың бер өлөшөн хәйриә маҡсаттарына тапшыралар, ә алынған аҡсаны 1788 йылда ауылда төҙөлгән Воскресения Словущего сиркәүен тергеҙеү фондына йүнәлтәләр.

Ғибәҙәтханаға ингән саҡта Салауат һәм Күмертау епискобы Николай төҙөүселәрҙең дини объектты реставрациялауҙы дауам итеүе хаҡында һөйләне. Эштәр тамамланғандан һуң ғибәҙәтхана “Башҡортостандың алтын ҡулсаһы” туристик маршрутының бер өлөшө буласаҡ. Бында шулай уҡ төбәктең тау заводы тарихына һәм ауыл тормошонда ғибәҙәтхананың роленә арналған музей экспозицияһы асыла.

Фестиваль майҙансығында ретрофотографиялар күргәҙмәһе лә асылды. Был проект Рәсәй тарихының иң әһәмиәтле һәм бер үк ваҡытта аҙ билдәле ҡатламдарының береһен – XVIII – XX быуат башындағы Башҡортостан тау заводы цивилизацияһын сағылдыра. Күргәҙмәлә күрһәтелгән һүрәттәр ике өлөшкә бүленә. Беренсе блокка завод быуалары, мейестәр, эш урындары һәм сәнәғәт дәүеренең архитектураһы инә, улар биләмәнең йөҙөн формалаштыра. Икенсеһе Воскресенск һәм Верхоторҙа баҡыр иретеү заводтары хужаһы Пашковтар ғаиләһенең тормошона арналған. Фотола усадьба мөхите, мәҙәниәт һәм предприятие хужаларының көндәлек тормошо һүрәтләнгән.

Артабан республика Башлығы “Яҡтылыҡ нуры” хәйриә фонды майҙансығында булды. Уның етәксеһе Әлфиә Баһауетдинова һөйләүенсә, 10 йылдан ашыу фонд аутизм спектры боҙолған һәм башҡа менталь үҫеш үҙенсәлектәре булған балалар тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн ышаныслы партнер булып тора. Радий Хәбиров фонд тәрбиәләнеүселәре менән аралашты һәм уның командаһына хәйриә эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт әйтте.

– Был фестивалде йыл һайын үткәрергә булдыҡ. Яҡшы һөҙөмтә күрәбеҙ. Беренсе көндә генә уны биш меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән башҡа төбәктәрҙән дә, ҡараны, – тине Радий Хәбиров.

Фәнис БИКТАШЕВ,  урындағы танк ғәскәрҙәре һәм Варшава килешеүе ойошмаһы илдәре ветерандары ойошмаһы рәйесе:

 - Мәләүез районы ауыл хужалығында ла, сәнәғәттә лә иҡтисади яҡтан үҫешкән райондарҙың береһе булып тора. Беҙҙә туризм буйынса ҙур потенциал бар. Күп туристар Нөгөш һыуһаҡлағысына ял итергә бара һәм Воскресенское ауылындағы асыҡ һауалағы музейға инә ала. 2020 йылда "Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ауылдар"бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булыуыбыҙға бик шатбыҙ. Воскресенский  ауылы һәм баҡыр иретеү заводы тарихы күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Был тарихи ауылда туристарҙы күреү бик күңелле. Бөгөнгө бурысыбыҙ - белгестәр һәм халыҡ менән бергә туристарҙың бер көн килеп, кире ҡайтырға теләүен аңлау. Һәм киләһе бурысыбыҙ - ауылды тергеҙеү, сөнки республикабыҙҙың көсө матур ауылдарҙан һәм бәләкәй ҡалаларҙан тора,

 

Фестиваль йыл да үткәреләсәк
Фестиваль йыл да үткәреләсәк
Фестиваль йыл да үткәреләсәк
Фестиваль йыл да үткәреләсәк
Фестиваль йыл да үткәреләсәк
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас