ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
22 Ноябрь 2016, 12:37

Ике быуын бергә осрашты

19-сы “Сулпан” балалар баҡсаһында “Ағинәйҙәр ҡор йыя” тип аталған байрам сараһы уҙҙы. Быуындар бәйләнешен һаҡлау, күркәм ғаилә йолаларын үҫтереү, балалар баҡсаһы һәм атай-әсәйҙәр араһында хеҙмәттәшлек булдырыу маҡсатында ойошторолған сарала өләсәйҙәр һәм әсәйҙәр ике командаға бүленеп, төрлө конкурс һынауҙарын үтте.

сулпан19-сы “Сулпан” балалар баҡсаһында “Ағинәйҙәр ҡор йыя” тип аталған байрам сараһы уҙҙы. Быуындар бәйләнешен һаҡлау, күркәм ғаилә йолаларын үҫтереү, балалар баҡсаһы һәм атай-әсәйҙәр араһында хеҙмәттәшлек булдырыу маҡсатында ойошторолған сарала өләсәйҙәр һәм әсәйҙәр ике командаға бүленеп, төрлө конкурс һынауҙарын үтте.



Тәүге һынау конкурсанттарҙың балалар әкиәттәрен белеү кимәлен тикшерҙе. Икенсеһендә ҡул осондағы әйберҙәрҙән тиҙ генә байрам костюмын әҙерләй белеүҙәрен баһаланы. Шулай уҡ әсәйҙәрҙең һәм өләсәйҙәрҙең ҡыҫҡа ваҡытта тәмле тортты биҙәүенә һәм йыр-бейеү һәләтенә конкурстар ойошторолдо.


Конкурс һынауҙарын ике команданың да уңышлы үтеүе уларҙың балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә әкиәт һөйләүен, байрамдарға кейемде үҙҙәре әҙерләүен һәм бешеренеүгә, йырға, бейеүгә лә әүәҫ икәнлеген күрһәтте. Шуларҙы күҙ уңында тотоп, район-ҡала ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Жанна Ғәйетҡолова йәш быуынға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүгә әһәмиәт биргәне, быуындар бәйләнешен һаҡлағаны, тәжрибә уртаҡлашҡаны өсөн сарала ҡатнашҡан әсәйҙәр һәм өләсәйҙәргә Әсәйҙәр көнө айҡанлы ойошманың Рәхмәт хатын тапшырҙы. Ҡотлау һүҙҙәре менән шулай уҡ балалар баҡсаһы мөдире Флорида Үлмәҫбаева, район-ҡаланың эшҡыуарҙар берекмәһе рәйесе Гүзәл Суслова сығыш яһаны.
Читайте нас: