Әсәйҙәр көнө сиктәрендә район-ҡаланың белем биреү учреждениеларында саралар дауам итә. “Көлһылыу” 21-се балалар баҡсаһында “Ниндәй әсәйһең, һин...” темаһына район-ҡаланың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, мәғариф идаралыҡтары, балиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса комиссия, опека һәм попечителдәр, эске эштәр бүлектәре белгестәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” ултырышы үтте.