Конгэк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Декабрь 2016, 13:50

Росреестр аңлатма бирә

Күсемһеҙ милек объекттарын дәүләт теркәүе, фатир, ер участкаһын һатыу-алыу килешеүе буйынса йыш осраған һорауҙарға Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Фәнизә Шәйбәкова яуап бирә

Күсемһеҙ милек объекттарын дәүләт теркәүе, фатир, ер участкаһын һатыу-алыу килешеүе буйынса йыш осраған һорауҙарға Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Фәнизә Шәйбәкова яуап бирә



Никах килешеүе буйынса фатир

  • Ирем менән никах килешеүе төҙөнөк. Әлеге ваҡытта иремдең исемендә булһа ла, килешеү буйынса бергә йәшәгәндә алынған фатир тулыһынса - минеке. Үҙемдең исемгә яҙҙырыу өсөн Росреестрға ҡасан мөрәжәғәт итергә? Тағы бер һорау: килешеү бер ҡалала төҙөлгән, ә фатир - икенсе ҡалала. Документты ҡайҙа бирергә?
  • Дәүләт теркәүе ғариза биреү юлы менән башҡарыла. Шуға күрә милек хоҡуғын теркәү өсөн, күсемһеҙ милек объекты ҡайҙа урынлашыуына ҡарамай, теләгән күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Фатир алғанда иреңдең йәки ҡатыныңдың ризалығы


  • Һатыу-алыу килешеүе буйынса күсемһеҙ милек объектын алған кешегә иренең йәки ҡатынының ризалығы талап ителәме?
  • Мотлаҡ нотариаль форма билдәләнгән һатыу-алыу килешеүен төҙөгән осраҡта икенсе яртыңдың нотариаль раҫланған ризалығын алыу мөһим. Һатыу-алыу килешеүен ябай яҙма төрҙә төҙөгән башҡа осраҡта ризалыҡ талап ителмәй.
Дача һатҡанда кәрәкле документтар

  • Дача участкаһын һатырға уйлайым. Уның өсөн ниндәй документтар кәрәк?
  • Дача төҙөү өсөн бирелгән участканы һатыу өсөн 2 дананан да кәм булмаған һатыу-алыу килешеүе, бергә йәшәгән ваҡытта алынған булһа, икенсе яртыңдың нотариаль раҫланған ризалығы кәрәк. Бынан тыш, һатып алыусыға дәүләт пошлинаһы тураһында документ талап ителә. Әгәр ер участкаһы дача хужалығын алып барыу өсөн бирелгән булһа, пошлина хаҡы - 350 һум.

Үҙ өлөшөңдө бүләк итергә теләһәң


  • Миңә ер участкаһының 1/4 өлөшөн һәм йортон бүләк итергә теләйҙәр. Килешеү төҙөү өсөн башҡа өлөш эйәләренең ризалығы кәрәкме?
  • РФ Граждандар Кодексының 250-се стаьтяһы талаптарына ярашлы, дөйөм милектәге 1/4 өлөштө бүләк итеү килешеүен төҙөү өсөн башҡа өлөш эйәләренең ризалығы талап ителмәй.
Әгәр өлөшө булғандарҙың береһен таба алмаһаң

  • 1/2 өлөш ерем бар. Уны айырып, рәсмиләштерергә теләйем. Эш шунда: икенсе 1/2 өлөш өс кешенеке иҫәпләнә. Шуның икәүһе бар, өсөнсөһөнөң, ошонда теркәлһә лә, ҡайҙа икәнлеге билдәле түгел. Миңә нимә эшләргә?
  • Өлөшләтә милектә ҡатнашыусының дөйөм мөлкәттән үҙенең өлөшөн айырыуҙы талап итергә хоҡуғы бар. Быны ул суд тәртибендә бойомға ашыра ала. Шулай итеп, әгәр ҙә өлөшләтә милектә ҡатнашҡан кешенең береһе булмаһа, судҡа мөрәжәғәт итергә хаҡығыҙ бар.
Росреестрға нисек хәбәр итергә


  • Фатирҙың документын урланылар. Был хаҡта Росреестрға нисек хәбәр итергә?
  • Күсемһеҙ милек объекты эйәһе йәки уның законлы вәкиле объектҡа хоҡуҡты дәүләт теркәүе, күсереү, сикләү мөмкинлеге уның ҡатнашлығынан тыш мөмкин булмауы тураһында идаралыҡҡа ғариза бирергә тейеш. Ғариза килгәндән һуң өс эш көнө эсендә бушлай Берҙәм дәүләт реестрына яҙыу индерелә. Был яҙыу дәүләт теркәүенә башҡа кеше биргән ғаризаны ҡарамай, кире ҡайтарыуға нигеҙ булып тора.
Читайте нас: