Йыл аҙағында төрлө кимәлдәге депутаттар һайлаусылар менән осрашып, уларҙың ихтыяжын өйрәнә, яңы йылға яңы бурыстар билдәләй. Үткән аҙна Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин шәхси һорауҙар буйынса мәләүездәрҙе ҡабул итте.