ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
30 Декабрь 2016, 12:56

Ҡотло булһын йортоғоҙ!

Яңыраҡ РФ ойошторған иң төҙөк торлаҡ пункты конкурсына йомғаҡ яһалды. Уның йомғағы буйынса 24 ҡала һәм биләмә еңеүсе тип табылды. Алты номинацияның бишеһендә Башҡортостан ҡала һәм ауылдары еңеүселәр исемлегендә.

Яңыраҡ РФ ойошторған иң төҙөк торлаҡ пункты конкурсына йомғаҡ яһалды. Уның йомғағы буйынса 24 ҡала һәм биләмә еңеүсе тип табылды. Алты номинацияның бишеһендә Башҡортостан ҡала һәм ауылдары еңеүселәр исемлегендә.



Районда төҙөлөш эштәре әүҙем алып барыла. Шәхси йорттар менән бергә күп фатирлылары ла арта. Йыл башынан яңы биҫтәләр ҡалҡты, уларҙа нигеҙҙә, йәш ғаиләләр өй туйланы.


Яңы йыл алдынан һәр кем мөғжизә көтә. Балалар йортонда тәрбиәләнгән 11 йәш ғаиләгә Куйбышев урамының 3-сө йортонда адресы буйынса төҙөлгән яңы йорттан фатир асҡыстары тапшырылды. Район Хакимиәте Башлығы Рөстәм Шәмсетдинов фатир асҡыстары тапшырғандан һуң, һәр кем үҙ фатирына йүнәлде.


Бәхетлелер исемлегендә ике бала тәрбиәләгән Айһылыу һәм Рәсим Ҡолтаевтар бар. Йәштәр 4 йыл элек ғаилә ҡорған, быға тиклем коммуналь фатирҙа йәшәгән. “Беҙҙең өсөн айырым фатирыбыҙ булыу - ҙур бәхет. Иң мөһиме - бында тулыһынса ремонт башҡарылған, аш, йыуыныу бүлмәһе иркен, яҡты. Балаларға ихатала уйын майҙансығы бар. Район Хакимиәтенә, беҙҙе даими хәстәрләгән опека һәм попечительство бүлеге хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтлебеҙ”,- ти улар.


11 ғаилә Яңы йылды үҙ фатирында ҡаршылай.
Читайте нас: