Конгэк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
30 Декабрь 2016, 12:40

Яңы йыл һәр балаға шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен!

Күп балалы ғаиләләрҙә, опекала һәм социаль приютта тәрбиәләнгән балалар өсөн ойошторолған район Хакимиәте башлығы шыршы байрамдары үтте.

Күп балалы ғаиләләрҙә, опекала һәм социаль приютта тәрбиәләнгән балалар өсөн ойошторолған район Хакимиәте башлығы шыршы байрамдары үтте.



Ҡала мәҙәниәт һарайы коллективы быйыл да улар өсөн мауыҡтырғыс Яңы йыл программаһы әҙерләгән. Театрлаштырылған тамаша алдынан район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы.


- Был ҡышҡы байрамды бөтәбеҙ ҙә көтөп ала, сөнки уға яңы өмөтттәр, пландар, ниәттәр бағлайбыҙ. Хыялдар тормошҡа ашһын өсөн, һеҙгә, йәш быуынға, тырышып уҡырға, сәләмәт тормош алып барырға, маҡсатҡа ынтылып йәшәргә кәрәк, - тине ул ҡотлау сығышында.


Артабан балалар Ҡар бабайҙар тураһында ҡышҡы әкиәт ҡараны. Бында улар музыкаль тамаша геройҙары менән бергә шатланды, көлдө. Ҡарһылыу һәм Ҡыш бабайҙың сәләм-фатихаһын алғас, дискозалдағы ҡупшы шыршы янында әйлән-бәйлән уйнаны, төрлө конкурстарҙа ҡатнашты, Яңы йыл, ҡыш тураһында йырҙарҙы иҫкә төшөрҙө. Был көндө 7-се мәктәп янындағы мәктәп-интернаттан - 30, социаль приюттан - 15, опекалағы - 271, күп балалы ғаиләләрҙән 200 балаға район Хакимиәте башлығы бүләге тапшырылды.


Һүрәттә: Сәхнәлә - Ҡар бабайҙар Ҡарһылыу һәм Ҡыш бабай менән.
Читайте нас: