Район- ҡаланың 3342 гражданы, дәүләт финанслау Программаһында ҡатнашып, пенсия йыйылмаһын тулыландыра. 2016 йылда улар шәхси иҫәптәренең өҫтәлмә страховка иғәнәһенә 1724 мең һум аҡса күсергән, ә Программа ғәмәлгә индерелгәндән башлап был һан 28 миллион һум тәшкил иткән.
Дәүләт тарафынан пенсия өҫтәмә финансланһын өсөн, йыл аҙағына тиклем 2 мең һумдан кәм булмаған иғәнә индереү талап ителә ине, кем күсермәгән йәки 2000-дән аҙ сумма күсергән, улар 2016 йылға өҫтәмә түләү алмайҙар.
Граждан тәүге взнос түләгәндән һуң 10 йыл дауамында дәүләт Программала ҡатнашып, ваҡытында тейешле иғәнә түләһә, һәр кешегә йыл һайын 2000-12000 һум күләмендә ҡушма финанслауын дауам итә. Шулай итеп, программала ҡатнашыусыларға дәүләт яғынан ҡушма финанслауға иҫәп тотоу өсөн 2000-12000 һум күләмендә взнос түләргә кәрәк ине.
Әгәр граждан ғариза 2016 йылда ниндәй ҙә булһа пенсия алһа, дәүләт яғынан уның взносын ҡушма финанслау булмаясағын иҫәптә тоторға кәрәк.
Өҫтәмә страховка иғәнәһе һәм ҡушма финанслау суммаһы пенсия йыйылмаһы составына инә һәм бер тапҡыр түләү, тиҙ түләү һәм пенсияның йыйылма түләүе төрөндә түләнә ала. Әгәр гражданин быға тиклем түләгән өҫтәмә страховка иғәнәһен алған икән, Программала артабан да ҡатнашып, 5 йыл үткәс, бер тапҡыр түләүҙе алыуға ҡабатлап мөрәжәғәт итә ала.
Программа сиктәрендә тупланған аҡса страховкаланған кеше пенсияның йыйылма өлөшөн алғанға тиклем вафат булғанда, вариҫтарына күсә, был пенсия түләүенә лә ҡағыла.
Дәүләт тарафынан пенсия өҫтәлмәһе программаһында ҡатнашыусы граждандар исемлегенә 2008 йылдың 1 октябренән 2014 йылдың 31 декабренә тиклем ғариза менән мөрәжәғәт иткәндәр һәм 2015 йылдың 31 ғинуарына тиклем беренсе иғәнә индергәндәр инә.
Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте Рәсәй Пенсия фондының http://www.pfrf.ru/press_center/~2016/12/06/125663 сайтында йәки Мәләүез ҡалаһы, Смоленский урамы, 189 адресы буйынса,шулай уҡ 8(34764) 5-11- 14, 5-05-80, 5-07-98 телефондары буйынса алырға мөкин.