Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
9 Ғинуар 2017, 12:19

Яңы йыл мөғжизәләре

Яңы йыл - ул мөғжизә, тылсым һәм изгелек байрамы. Уны һәр кем - олоһо-кесеһе - көтөп ала. Был байрамды айырыуса балалар ярата.

Яңы йыл - ул мөғжизә, тылсым һәм изгелек байрамы. Уны һәр кем - олоһо-кесеһе - көтөп ала. Был байрамды айырыуса балалар ярата.



Шуны иҫәпкә алып, волонтерҙар хәрәкәте республика үҙәге ирекмәндәре балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһендә тәрбиәләнгән балаларҙы ҡотланы. Улар Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм башҡа геройҙар ҡатнашҡан ҡышҡы әкиәт күрһәтте. Балалар ҙур теләк менән конкурстарҙа, уйындарҙа ҡатнашты. Тамаша һуңынан улар Ҡыш бабайға шиғыр һөйләне, бүләк алды. Ирекмәндәр киләсәктә лә приютта тәрбиәләнгән балаларға дуҫ булып ҡалырға вәғәҙә бирҙе.