ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
31 Октябрь 2017, 11:54

Йәштәр өсөн ҙур өлгө

“Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһы ғәмәлгә ашырылаПервомай ауылында йәшәгән Иван һәм Анастасия Туманиндар - йәш ғаилә.

Өйләнешкәс тә, 2012 йылда, өй төҙөр өсөн ер һатып алалар, бөгөн ул үҫтерәләр.
Башта йәштәр ғаилә башлығының әсәһе Татьяна Ефимовна менән йәшәй, 2013 йылда төҙөлөш материалдары алып нигеҙ һала, эш башлай. Йорт төҙөүҙә бөтә туғандар ярҙам итһә лә, эште туҡтатып торорға тура килә. Стеналар күтәреп, тәҙрәләр ҡуйҙыртып, ҡыйығын ҡаплап ҡуялар.
Анастасия - ауыл биләмәһендә эшләгән йәш белгес. Торлаҡҡа мохтаж булараҡ өсөн, улар 2015 йылдың апрель айында программала ҡатнашыр өсөн ғариза бирә. Ике йылдан йәш ғаиләгә уйламағанда ярҙам килә. 2014-2017 һәм 2020 йылға тиклем “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” программаһы буйынса, уларға Быйыл 1 Май байрамында 756 мең һумға сертификат тапшырыла. “Беҙ бик ҡыуандыҡ, көтмәгәндә ярҙам алдыҡ” - ти Анастасия Алексеевна.
Дәүләттән бүленгән аҡсаға, йорт төҙөүҙе тамамлап, йәшәй башлайҙар.
Анастасияны бухгалтер булараҡ баһалайҙар. Ауыл биләмәһе Хакимиәте башлығы Михаил Маврин Туманиндар ғаиләһен күптән белә. “Улар бик егәрле һәм тырыш. Хәҙерге ваҡытта ул шулай уҡ бухгалтер, шәхси эшҡыуар Магомедгаджи Османовтың фермер хужалығында эшләй. Иптәше Иван һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе, вахтала буйынса эшләй. Дүрт йәшлек Матвей балалар баҡсаһына йөрөй. Бик татыу, бәхетле ғаилә. Өйҙөң һәр бүлмәһе урынына еткереп, матур итеп төҙөлгән. Тыуып үҫкән ауылында ҡалып, ғаилә ҡороп йәшәгән, Туманиндар ғаиләһе - хәҙерге йәштәр өсөн өлгө булып тора. Уңған ғаиләгә бәхет һәм киләсәктә уңыштар юлдаш булһын.
- Киләсәктә, ҡош-ҡорт тоторға, мал-тыуар аҫрарға уй бар - ти йәштәр.
Районда һуңғы өс йылда программа буйынса 22 ғаилә торлаҡ менән тәьмин ителгән. Хәҙерге ваҡытта 22 ғаилә ҡатнаша. Программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн федераль бюджеттан 2,93 миллион һум, республика бюджетынан 2,44 миллион һум, ә ҡала бюджетынан 680 мең һум бүленгән.
Читайте нас: