Конгэк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
21 Ноябрь 2017, 13:23

Иҫкәртеү эше яҡшы ойошторолһа, һөҙөмтә лә ыңғай

Бала һәм хоҡуҡ боҙоу, наркомания,үҫмерҙәр енәйәтселеге... Бер-береһенә ҡапма-ҡаршылыҡлы булһа ла, һуңғы осорҙабыл һүҙҙәр тормошобоҙға шул тиклем үтеп инде.

Киң мәғлүмәт сараларында илдең төрлө төбәгендә урлашҡан, наркотик һатҡан, туҡмаған, талаған үҫмерҙәр тураһында мәғлүмәт осрап тора. Тормошобоҙҙағы үҙгәрештәр, көрсөктәр шулай йоғонто яһаймы йәш быуынға? Балалар енәйәтселегенә юл ҡуймауҙа иң мөһиме нимә? Район-ҡала белем биреү учреждениеларында балиғ булмағандар араһында енәйәтселекте иҫкәртеү буйынса ниндәй эштәр алып барыла? Мәғариф идаралығы әйҙәүсе инспекторы Жанна Ғәйетҡолова ошо һорауҙарға яуап бирә.
- Йәш быуынға тормоштағы үҙгәрештәрҙең, мөхиттең йоғонтоһо бар, әлбиттә. Әммә нисек кенә заманға, йәмғиәткә һылтанһаҡ та, барыбер, тәү сиратта, атай-әсәйҙең балаһына иғтибары, тәрбиәһе етмәүе тора.
Икенсенән, үҫмерҙәр енәйәтселегенә юл ҡуймауҙа иҫкәртеү эшен атар инем. Был йәһәттән мәғариф учреждениеларында бер нисә йүнәлештә эш алып барыла. “Хәүеф төркөмө”ндәге балаларҙы алдан асыҡлау, уларҙы иҫәпкә ҡуйып, уҡыуын һәм дәрестән тыш мәшғүллеген, ул йәшәгән ғаиләне контролгә алыу үҙ һөҙөмтәһен бирә. Шулай уҡ енәйәт һәм закон, хоҡуҡ боҙоу һәм яуаплылыҡ тураһында әңгәмәләр, осрашыуҙар, класс сәғәттәре ойошторола. Был тәңгәлдә һәр мәктәптең үҙ эш планы, составында педагогтар, атай-әсәйҙәр, иҫкәртеү эше органдары вәкилдәре булған советы бар. Уҡыусыларҙың киске ваҡытта режимды үтәүен, юлда, йәмәғәт урындарында тәртибен тикшереү маҡсатында үткәрелгән рейдтар ҙа әһәмиәтле. Каникулда социаль хәүефле тип табылған ғаиләләрҙәге балаларға иғтибар көсәйтелә.
Хоҡуҡ боҙған балаларҙы мәктәп, балиғ булмағандар эше буйынса комиссия иҫәбенә ҡуйыу ҙа үҫмерҙәргә үҙ ҡылығын анализлау өсөн отошло. Уларҙың һәр береһенә педагогтар араһынан яуаплы кеше билдәләнә. Тәрбиә эшенә һалҡын ҡараған имен булмаған ғаиләләрҙең мәғлүмәт банкы булдырылды. Быйылғы уҡыу йылында 189 уҡыусы 113 “хәүеф төркөмө”нә ҡараған ғаиләлә йәшәй. Уларҙың бөтәһе лә - иғтибар үҙәгендә.
Сәбәпһеҙ дәрес ҡалдырған, шул иҫәптән тәүге дәрескә һуңлаған балалар - социаль педагогтар, класс етәкселәренең даими контролендә. Хәүеф төркөмөндәге балаларҙың дәрестән тыш мәшғүллегенә, уларҙы секцияларға, түңәрәктәргә йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Өҫтәмә белем биреү учреждениелары был юҫыҡта маҡсатлы эш алып бара.
Белем биреү учреждениеларында социаль-психология хеҙмәте бар. Штат теҙмәһенә ярашлы, 20 мәктәптә 22 белгес эшләй. Шуның 11-е социаль педагог һәм 11-е - педагог-психолог. Тик ҡулайлаштырыу менән бәйле, ауыл мәктәптәрендә бындай белгестәрҙең ставкаһы бөтөрөлдө.
Иҫкәртеү эштәренә тағы балиғ булмағандарҙың наркотик саралар, психотроп матдәләр, спиртлы эсемлек ҡулланыуын, тәмәке тартыуын, суицид хәүефен асыҡлау маҡсатында ойошторолған сараларҙы индерергә мөмкин. “Хоҡуҡ боҙоуҙарһыҙ мәктәп” тип аталған ун көнлөктә төрлө йәштәге уҡыусылар өсөн тематик акция, класс сәғәте, әңгәмә, кинолекторий, район-ҡала эске эштәр бүлегенең балиғ булмағандар эше буйынса бүлек инспекторҙары менән осрашыуҙар үткәрелде.
“Башҡортостан - һаулыҡ биләмәһе” девизы менән үткән бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә мәктәптәрҙә плакаттар конкурсы, белгестәр менән осрашыуҙар, конференциялар, педагогия консилиумдары, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо.
Каникул ваҡытында үҫмерҙәрҙең мәшғүллеген, ялын, һауыҡтырыуын ойоштороуға ҙур иғтибар бүленә.
Быйылғы уҡыу йылында белем биреү ойошмалары алдына хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эште әүҙемләштереү, балиғ булмағандарҙың мәшғүллеген тәьмин итеү, атай-әсәйҙәр, ғаилә менән тығыҙ бәйләнештә эшләү кеүек бурыстар билдәләнде.
Атай-әсәйҙәр араһында аңлатыу эше алып барыу - балиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоуын, ҡарауһыҙлығын иҫкәртеү эшенең айырылғыһыҙ өлөшө. Мәктәптәрҙә лә атай-әсәйҙәр йыйылышында үҫмерҙәр енәйәтселеге, яуаплылыҡ мәсьәләләре йыш ҡуҙғатыла. Улар менән “Ғаилә тәрбиәһе. Уңыштар һәм хаталар”, “Балалар енәйәтселеген иҫкәртеү”, “Уҡыусыларҙың физик һәм психик һаулығы” темаларына әңгәмә ойошторола.
Читайте нас: