Конгэк
+16 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
5 Декабрь 2017, 15:03
“Халыҡ мәнфәғәтен яҡлау - төп маҡсатым”
“Берҙәм Рәсәй” йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайдепутаты Альберт Мөсифуллин мәләүездәрҙе ҡабул итте.
“Берҙәм Рәсәй” йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты Альберт Мөсифуллин мәләүездәрҙе ҡабул итте. 30-ға яҡын кеше төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Ауыл клубы иҙәнен, яңыраҡ ремонт уҙған мәктәп ҡыйығын алмаштырыуҙа, ипотека мәсьәләһендә ярҙам, торлаҡҡа сертификат алыу, балалар майҙансығын кәртәләү, дауаханаға операцияға һәм торлаҡ өсөн түләү, дини йорт төҙөүгә булышлыҡ итеү, ер өсөн кадастр хаҡты кәметеү мөмкинлеге һымаҡ һорауҙар яңғыраны.
“Халыҡты шәхси һорау менән ҡабул итеү граждандарҙың проблемаһын яҡынданыраҡ белергә ярҙам итә. Уларҙың һәр береһенә шәхсән иғтибар талап ителә. Мөрәжәғәт менән килгәндәргә ҡулымдан килгәнсә ярҙам итергә тырышасаҡмын”, - тине БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Альберт Рәис улы. Мөрәжәғәттәр контролгә алынды.
Депутаттар килә, күп осраҡта ярҙам итә. Миңә нимәһе оҡшамай- ҡабул итеүгә килгәндәр араһында үҙҙәре лә аңламаған, төшөнөп етмәгән һорауҙар менән мөрәжәғәт иткәндәр осрай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был беренсе тапҡыр ғына түгел - ҡулыңда кәрәкле документ, дәлилләр яуабың булмай, юғары кимәлдәге депутатҡа ҡабул итергә яҙылыу кәрәкме икән!?
Автор фотоһы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?