“Заманса ҡала мөхите” өҫтөнлөклө проект сиктәрендә Ленин урамының 150-се йорт алдында төҙөлгән спорт һәм уйын майҙансығында “Уйнарға сыҡ!” исемле ҡышҡы фестиваль уҙҙы. Рәсәй кимәлендә ойошторолған сараның маҡсаты - йылдың төрлө миҙгелендә ғаилә менән ял итеү, күңел асыу мөмкинлеген пропагандалау.
Сентябрь айында ҡулланыуға тапшырылған майҙансыҡтың буш торғаны юҡ, шәмбелә һауа температураһының юғары, әсе ел балаларға асыҡ һауала ойошторолған спорт уйындарында ҡатнашырға кәртә булманы. Башлап ҡына уҙғарылған ҡышҡы фестивалдә балалар төрлө хәрәкәт уйындарында әүҙемлек күрһәтте. Программаның төрлө йәш категорияһына тап килеүе, еңеүселәргә генә түгел, сараға килеүселәргә тәмлекәстәр таратылыуы, күңелле музыка, ата-әсәйҙәрҙең, уҡытыусыларҙың алҡыштарына үрелеп барған байрам танылыу тапты һәм артабан да дауам итәсәк. Ҡала биләмәһе хакимиәте, “Берҙәм Рәсәй”, “Йәш гвардия” ойошмаһы менән берлектә уҙғарылған саранан һәр кем күтәренке кәйеф менән таралды.