“Дебют” клубы киләсәктә хәйриә йәрминкәһен үткәреү урыны буласаҡ.
Был хаҡта сираттағы мәрхәмәтлек сараһын асыу тантанаһында “Темп” балалар-үҫмерҙәр үҙәге директоры Роберт Шакиров билдәләне. Быға тиклем хәйриә йәрминкәләре Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы фойеһында ойошторолған ине.
Шәфҡәтлелек сараһы сиктәрендә Гөлназ Уразова, Резеда Шаһманова, Гөлнара Трусова балалар һәм үҫмерҙәр өсөн аппликациялар менән открытка эшләү, һыуҙа буяуҙар һәм шулай уҡ ҡом менән һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирҙе. “Карэ” парикмахерскийы оҫталары бушлай сәс ҡырҡты.
Хәйриә йәрминкәһендә төрлө йәштәгеләр өсөн эске кейемдәрҙән алып аяҡ һәм өҫ кейемдәренә тиклем бар ине. Шулай уҡ кескәйҙәргә уйынсыҡтар, уҡыусыларға уҡыу әсбаптары, дәреслектәр, әҙәби һәм фәнни-популяр китаптар тәҡдим ителде. Улар ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, “Темп” балалар-үҫмерҙәр үҙәге, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары, район-ҡала халҡы һәм “Изгелекле кешеләр” хәйриә фонды көсө менән йыйылды. Әйтергә кәрәк, аҙ килемлеләр, күп балалылар өсөн яҡшы әйберҙәрен йәлләмәгәндәр бик күп булды.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Жанна Ғәйетҡолова әйтеүенсә, беҙҙең һәр беребеҙ янында мохтаждар бар. Уларға ошондай саралар ойоштороп ҡына ла ҙур ярҙам итеп була.
-Хәйриә йәрминкәһенә беренсе тапҡыр ғына килмәнем, - тип үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште күп балалы әсәй. - Килгән һайын балаларға кәрәкле кейем-һалым, аяҡ кейеме, уйынсыҡтар алып ҡайтам. Ойоштороусыларға рәхмәттән башҡа әйтер һүҙем юҡ. Йышыраҡ ойошторолһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине, сөнки ярҙамға мохтаждар арабыҙҙа бик күп.
Йәрминкәне алып барыусы “Темп” балалар-үҫмерҙәр үҙәге өҫтәмә белем биреү педагогы Наталья Лукичева бындай саралар артабан да үткәреләсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Унда теләгән һәр кеше ҡатнаша, аҙ килемлеләргә ярҙам итә ала, сөнки һәр кемдең өйөндә ҡулланыуҙан сыҡҡан, әммә яҡшы һаҡланған, төҙөк көнкүреш әйберҙәре, кейелмәгән кейемдәр бар. Мохтаж булғандар менән бүлешеп, изгелек эшләп, күңелегеҙҙе байыта алаһығыҙ.
Был тормошта үҙ-үҙеңде табыу, ҡәнәғәтлек алыу өсөн иһә был тойғо һәр кем өсөн бик мөһим.
Һүрәттә: “Темп” балалар-үҫмерҙәр үҙәге өҫтәмә белем биреү педагогы Резеда Шаһманова кескәйҙәрҙе һыуҙа һүрәт төшөрөргә өйрәтте.