Унда бөтә Рәсәй буйынса старт алған “Уйнарға сыҡ!” фестивале сиктәрендә балалар өсөн “Ҡар көнө” байрамы үтте. Сатлама һыуыҡ көн булһа ла, үҫмерҙәр ҡышҡы уйындарҙа әүҙем ҡатнашты.
“Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” тип аталған өҫтөнлөклө проектҡа ярашлы үҙгәртеп төҙөлгән Гагарин паркында әүҙем һәм мәҙәни ял өсөн бөтә шарттар булдырылған. Район Хакимиәтенең спорт секторы мөдире Ринат Басиров, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы урындағы башҡарма комитеты рәйесе Сергей Макаров, байрамға килгәндәрҙе ҡотлап, төбәк халҡының тормош сифатын күтәреү, уларға ял шарттары булдырыу, йәш быуынды төрлө яҡлап үҫтереү, спортсыларҙың һәләтен хуплау, дәртләндереү йәһәтенән етди эш башҡарылыуын билдәләп үтте. Парк та тап шул маҡсатта төҙөкләндерелгән. Бөгөн ҡала шау-шыуынан ситтәрәк урынлашҡан урында эштән, дәрестәрҙән һуң ял итеү өсөн бөтә мөмкинлек тыуҙырылған.
“Ҡар көнө” күңелле һәм иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн ҡаланың өҫтәмә белем биреү учреждениелары бөтә көсөн һалған. Экология үҙәге туризмды яратҡандар өсөн ҡаршылыҡтар һыҙығын әҙерләгән. “Темп” балалар-үҫмерҙәр үҙәге педагогтары арҡан тартышыу, тоҡ кейеп йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереү кеүек һәм башҡа халыҡ уйындарын тәҡдим итте. Спорт мәктәбе еңел атлетиканы үҙ иткәндәр өсөн ярыш ойошторҙо. Хоккей яратҡандар шайба артынан йүгерҙе. Ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәрҙәре күңелле викторина үткәрҙе. Был көндә бер кем дә тик торманы, сөнки “һыуыҡ ағай” береһенә лә ҡул ҡаушырып торорға бирмәне. Уйындарҙа ҡатнашмағандар дәртле көйгә бейеп күңел асты. Һөҙөмтәлә уларҙың бөтәһе лә татлы приз менән бүләкләнде.
Өҫтөнлөклө проект сиктәрендә төҙөкләндерелгән балалар майҙансыҡтарында, ихаталарҙа бындай саралар апрелгә тиклем дауам итәсәк. Киләсәктә спорт байрамдары, ғаилә эстафеталары, күңелле викториналар үткәреләсәк. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Һүрәттә: “Темп” балалар-үҫмерҙәр үҙәге педагогтары ойошторған халыҡ уйындарында ҡатнашырға теләүселәр бик күп булды.
1-се гимназия уҡыусылары ҡаршылыҡтар һыҙығын уңышлы үтте.