ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
13 Март 2018, 13:46

Ҡалала Хакимиәт көндәре дауам итә

Ҡала биләмәһе Хакимиәтенең башлығы Фәнил Исҡужин етәкселегендә эш төркөмө торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиелары, “Водоканал”, “Йылылыҡ селтәрҙәре” йәмғиәттәре коллективтары менән осрашты.

Ҡала биләмәһе Хакимиәтенең башлығы Фәнил Исҡужин етәкселегендә эш төркөмө торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиелары, “Водоканал”, “Йылылыҡ селтәрҙәре” йәмғиәттәре коллективтары менән осрашты.
Үҙенең сығышында Фәнил Исҡужин үткән йылға йомғаҡ яһаны һәм быйылға пландар менән таныштырҙы. Артабан, халыҡтың ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап бирҙе.
Көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү, ҡала урамдарында юлдар, маршрут автобустарының даими йөрөмәүе буйынса һорауҙар менән күп мөрәжәғәт иттеләр.
Торлаҡ-коммуналь хужалығының директоры Игорь Туманин тармаҡ эшмәкәрлеген яҡтыртты һәм күтәрелгән проблемаларға аңлатма бирҙе.
Ҡалала халыҡты борсоған мәсьәлә байтаҡ, Шахтерҙар урамын тәртипкә килтереүе мотлаҡ, 2-се йорттан Рәхимә Кәримова, ошонда йәшәгәндәр иҫәбенә түшәлгән 70 меңлек асфальттың боҙолоу сәбәптәрен атап, ярҙам һораны:
- “Светофор” магазинына килгән йөк машиналары Док урамынан үтмәй, тар Мәктәп урамынан үтеп, боролор өсөн ихатаға инеп, юлды боҙоп китәләр.
Ҡала етәксеһе проблемаларҙы конторлгә алды, әүҙемлектәре өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе, бындай һөйләшеү ике яҡ өсөн дә файҙалы булыуын билдәләне.
Һүрәттә: Торлаҡ-коммуналь хужалығының директоры Игорь Викторовичҡа мөрәжәғәт күп булды.
Автор фотоһы.
Читайте нас: