Конгэк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
10 Апрель 2018, 17:40

Хәләл аҡ май нисек була?

Һатыуҙа йыш ҡына хәләл аҡ май, көнбағыш майы тигәнде осратырға күрә килә. Был аҙыҡ-түлектәрҙе хәләлгә-харамға бүлеү дөрөҫмө?

Һатыуҙа йыш ҡына хәләл аҡ май, көнбағыш майы тигәнде осратырға күрә килә. Был аҙыҡ-түлектәрҙе хәләлгә-харамға бүлеү дөрөҫмө?
Рабиға АҠКӨСӨКОВА.
Һорауға яуапты ҡала мәсете имам-мөхтәсибе Рәфис хәҙрәт САФИН яуап бирә:
-Иң беренсе, харам ризыҡ төшөнсәһенә аңлатма биреп үтәйек. Мосолманға ашарға ярамаған аҙыҡ-түлеккә ҡан, үле мал ите, Аллаһу тәғәләнең исеме әйтелмәй салынған мал һәм харам һаналған хайуандарҙың, йәғни сусҡаның, йыртҡыс йәнлектәрҙең, ҡоштарҙың ите инә.
Һуңғы осорҙа баҙарҙа, магазин кәштәләрендә төрлө аҙыҡ-түлеккә, хатта балға ла хәләл тип яҙып, һатыуға сығарыу күренеше йыш осрай. Был, минеңсә, тиҙерәк һатыу маҡсатында ҡулланылған коммерция алымы, сөнки күптәр “хәләл” төшөнсәһен сәләмәт йәки таҙа тип кенә аңлай һәм ошондай марка аҫтындағы ризыҡ алыуға өҫтөнлөк бирә.
Ислам динендә, һис шикһеҙ, хәләл ризыҡ менән туҡланыу мөһим урын тота. Әммә ул шәриғәт ҡанундары буйынса иткә генә ҡағыла, йәғни, үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, малдың Аллаһының исеме менән салыныуы һәм йыртҡыс хайуан булмауы шарт.
“Хәләл тауыҡ ите” буйынса шуны әйтергә була. Шәриғәт буйынса ҡош ҡул менән салынырға тейеш, әммә ҡошсолоҡ фабрикаларында барыһын да ҡул менән салыу мөмкин түгел. Шуға күрә механик ысулын ҡулланғанда ла, Аллаһу тәғәләнең исемен әйтеп, конвейер төймәһенә баҫһаң, ул продукция һатыуға “хәләл” бренды менән сығыуы дөрөҫтөр, тип уйлайым.

Читайте нас: