Конгэк
-12 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
7 Май 2018, 15:41

Әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәргә кем дәғүә итә?

Пенсия фондының төбәк бүлексәһендә килеме түбән булған ғаиләләрҙән Әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәргә ғариза ҡабул итәләр тип ишеткәйнем. Шул турала тулыраҡ һөйләмәҫһегеҙме?

Һорау:
Пенсия фондының төбәк бүлексәһендә килеме түбән булған ғаиләләрҙән Әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәргә ғариза ҡабул итәләр тип ишеткәйнем. Шул турала тулыраҡ һөйләмәҫһегеҙме? Айгөл Й.,
Һорауҙы Мәләүез районы һәм ҡалаһы буйынса Пенсия Фонды идаралығы начальнигы Елена Мячинаға йүнәлттек:
- Икенсе балаһы 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған ғаиләләр ошондай ярҙамға иҫәп тота ала.
Ғаиләнең килеме уның һәр ағзаһы өсөн йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлыҡ дәүмәленән артмаған осраҡта ғына аҡса­лата ярҙам алыуға хоҡуғы бар. Түләү булыу- булмауын белер өсөн ғаиләнең һуңғы 12 айҙағы килеменең дөйөм суммаһын 12-гә, артабан уны ғаилә ағзалары һанына (икенсе бала ла иҫәпкә алына) бүленә. Әгәр килеп сыҡҡан сумма ғаилә йәшәгән төбәктә эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумынан (14 мең 247 һум) кәм булһа, Пенсия фондына ғариза яҙырға кәрәк. Ғаиләнең дөйөм килемен иҫәпләгәндә хеҙмәт хаҡы, премия, пенсия, социаль пособие, стипендия, төрлө компенсация һәм алимент иҫәпкә алына һәм улар тейешле документтар менән раҫланырға тейеш.
Түләү күләме һәр төбәктә 2017 йылдың II кварталы өсөн билдәләнгән балалар өсөн йәшәү минимумына тиң. Башҡортостанда был 8892 һум тәшкил итә.
Ғаризаны икенсе бала тыуғандан һуң йыл ярым эсендә яҙырға ҡабул ителә. Әгәр алты айға тиклем мөрәжәғәт итһәгеҙ, түләү бала тыуған көндән алып билдәләнә, йәғни мөрәжәғәт иткәнгә тиклемге айҙар өсөн дә аҡса түләнә. Ә алты айҙан һуң түләү ғариза тапшырған көндән генә тәғәйенләнә. Аҡса гражданиндың Рәсәй кредит ойошмаһында асылған иҫәбенә күсерелә. Айлыҡ түләү балаға йәш ярымға тиклем, ә беренсеһе бер йылға иҫәпләнгән. 12 айҙан һуң сертификат хужаһы яңынан ошондай уҡ формала ғариза яҙырға тейеш. Түләү әсәлек капиталы тулыһынса ҡулланылғанда, йәки ғаилә йәшәү урынын алмаштырғанда һәм сабыйға йәш ярым тулған осраҡта туҡтатыла.
www.pfrf.ru сайтында “Граждандың шәхсән кабинеты”нда Рәсәй Пенсия Фондының 30 электрон төрҙәге хеҙмәт төрө тәҡдим ителә, унда инеү өсөн www.gosuslugi.ru дәүләт хеҙмәте
порталында теркәлеү талап ителә. Бында шулай уҡ Әсәлек капиталына сертификат
алыуға ғариза өлгөһө лә бар.
Читайте нас: