Конгэк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
7 Май 2018, 11:41

Закон кем өсөн яҙыла һуң?

Таҙалыҡ, матурлыҡ кемгә оҡшамай икән? Йорт тирәләре, урамдар тәртиптә тотолһа күркәм дә, яҡшы ла бит, әммә... Бөгөн күтәрәсәк проблема ҡалаға ҡағылышлы, дөрөҫөрәге, кеше күп йөрөгән ерҙә сауҙа итеү.

Таҙалыҡ, матурлыҡ кемгә оҡшамай икән? Йорт тирәләре, урамдар тәртиптә тотолһа күркәм дә, яҡшы ла бит, әммә... Бөгөн күтәрәсәк проблема ҡалаға ҡағылышлы, дөрөҫөрәге, кеше күп йөрөгән ерҙә сауҙа итеү.
Иғтибар итәһегеҙҙер: ҡайһы саҡта ҡоролған палатакалар йәйәүлелеләргә йөрөргә ҡамасаулай. Унда емеш-еләк булһынмы, уйынсыҡ, һөт ризыҡтары, тоҙло ҡыяр, помидор, йомортҡа, кейем-һалыммы - барыһы ла бар. Әлбиттә, һатып алыусылар ҙа етерлек, һорау булмаһа - бындай тәртипһеҙлек булмаҫ ине. Ә һатыуға ҡуйылған нәмәләрҙең сифаты? Уның тураһында берәйһе уйлаймы икән? Бик һирәктер. Һалым, касса тураһында, һатыусыларҙың закон боҙоуы, тейешһеҙ урында һатыуы хаҡында, әлбиттә, ябай халыҡ белмәй ҙә. Белмәй ҙә, тип әйтәм, сөнки уларҙан әлегә тиклем медицина кенәгәһен, тауарҙарға сертификат һорағандарын күргәнем юҡ, үҙем дә күп осраҡта һорарға ҡыйынһынам. Уларҙың ғәйебе бармы, нимә этәрә һуң һатыу итергә? Эшһеҙлек, ғаиләне, балаларҙы ҡарарға кәрәк, түләүҙәр ҙә тиҙ генә йыйылып китә, ашағы ла килә. Сараһыҙлыҡтан сығып баҫҡан апайҙар ситтән килтерелгәнде һата, йә булмаһа үҙенекен алып сыға. Шулай ҙа закон күҙәтелергә тейеш, көс һалып үҫтергән, етештергән ризыҡты ҡануниәткә ярашлы һатырға кәрәк.
Мәләүез районы хакимиәте вәкилдәре тарафынан ошондай сауҙа нөктәләрен тикшереү буйынса рейд үтте. Бер нисә иҫкәртмә яһалғандан һуң да тейешһеҙ урында һатыу дауам иткәс, был сара ирекһеҙҙән үткәрелде. Иртәнге алтыла эшселәр йөк машинаһына сауҙа палаткаларын һүтеп тейәне, ваҡытлыса төҙөлгән ҡоролмалар ҙа емерелде. Бер көндә алты-ете сауҙа нөктәһе юҡҡа сығарылды.
Проблема хәл ителде, тип уйлайһығыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Кемдең тиҙ генә килемдән баш тартҡыһы килһен. Һатыусылар тиҙ арала һатыу урындары ойоштороп, тауарҙарын сығарып та һалды. Тимәк, закон улар өсөн яҙылмаған булып сыға түгелме? Хатта һалынған штраф та ҡурҡытмай уларҙы. Рейдтар ҡабатланасаҡ. Иртүк сауҙа ҡоролмалары тағы ла сүплеккә оҙатыласаҡ. Шуның менән генә проблема хәл ителһә ярар ҙа, тағы ла шул уҡ урында һатыусылар тормаҫ, тимә. Ни тиһәң дә килемле урын бит...Ә һатып алыусылар ни тиер?
Автор фотолары.
Сауҙа палаткалары, ҡоролмалар сүплеккә оҙатылды.
Читайте нас: