Май байрамдарынан һуң отпускылар башлана. Күптәр ялын сит илдә уҙғарыуҙы планлаштыра. Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы сит илгә сығыу тыйылмаһын өсөн бурыслы граждандарға мотлаҡ түләүҙе кәңәш итә.
Бөгөн суд приставтары тарафынан республикала бурыслыларҙың сит илгә сығыу хоҡуғын сикләгән 86 мең ҡарар сығарылған, ошо иҫәптән - 13 меңе алимент түләмәү буйынса. Һөҙөмтәлә ҡуйылған сикләүгә ярашлы, 5 миллион һумдан ашыуы, шуларҙың миллион һумға яҡыны – алимент түләтелгән.
Бурыс бармы, юҡмы икәнлеген идаралыҡтың рәсми сайтында баш биттә “Башҡарма эштәр банкыһы мәғлүмәте” баннерын файҙаланып, белергә була. Граждандың бурысы бар икән, экранда мәғлүмәт, башҡарма эш һаны һәм реквизиттар күрһәтелгән таблица, шулай уҡ идаралыҡтың структура подразделение исеме һәм суд приставтары башҡарыусыһы бәйләнештәре бирелә. Түләүҙе ябайлаштырыу маҡсатында “Сервис” графаһында квитанцияны формалаштырып банк аша түләү өсөн баҫтырыу мөмкинлеге бар. Әҙер квитанцияны алыр өсөн ошо һылтанманы файҙаланырға кәрәк. Бурысты интернет сервисы ярҙамында онлайн режимда ла түләргә була. Әүҙем файҙаланыусы быны дүрт вариантта тәҡдим итә: QIWI, webMoney, ROBOKASSA системалары, орlatagosuslug.ru интернет порталы аша. Ошо башҡарма эштәр банкыһына“Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендә һәм Android операция системалы мобиль ҡоролмалар аша махсус ҡушымталар аша инеү мөмкинлеге бар.
“Башҡарма эштәр банкыһы мәғлүмәте”ндә үҙен тапҡан граждандарға суд приставтары подразделениеһына күрһәтелгән адрес буйынса ҡабул ителгән түләттереү сараларын, шулай уҡ Рәсәйҙән сығыуға ваҡытылыса сикләүҙе асыҡлар өсөн мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы.