ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
5 Июнь 2018, 14:04

Мөлкәт кемгә ҡалыр?

Ғаиләлә яңғыҙ үҫкән бала һәр ваҡыт үҙ туғанының булыуын теләй. Күмәкләп гөрләшеп, ҡусты-һылыуҙарыңа ҡарата яуаплылыҡ тойоп үҫеүгә ни етә?

Ғаиләлә яңғыҙ үҫкән бала һәр ваҡыт үҙ туғанының булыуын теләй. Күмәкләп гөрләшеп, ҡусты-һылыуҙарыңа ҡарата яуаплылыҡ тойоп үҫеүгә ни етә? Ҡасан да булһа ҡош балалары кеүек ата-әсә йортонан һәр кемгә осоп сығырға, үҙ аллы тормош ҡорорға ваҡыт етә. Нигеҙ һаҡлап, ҡайтыуыңды көтөп тороусы булһа - үҙе бер бәхет тә бит... Әллә нишләне лә китте шул донъялар. Мөлкәт, аҡса тип, бер туғандар дошманлаша, хатта әле иҫән, үҙ аяҡтары менән атлап йөрөгән атай-әсәй алдында ла бәхәс сығарырға оялмай ҡайһы берәүҙәр - кемгә нимә эләгә?
Ҡартлыҡ килер, балаларыбыҙ ҙа бер-береһен күрә алмай йөрөһә тип, берәү уйлаһасы. Юҡ! Һәр кемгә үҙ хәлен яҡшыртырға, юлда килеп сыҡҡан ҡаршылыҡ, кәртәләрҙе ситкә ташлап, алға барырға, еңергә, отолмаҫҡа кәрәк. Иң мөһиме, һәр кем үҙен дөрөҫ эшләйем, тип уйлай. Ә һуңынан? Ҡунаҡ йыйғанда бер туғаныңды ла саҡыра алмай ултырһаң, ә ҡайғы уртаҡлашырға тип килгән яҡыныңа ни тийерһең?
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Бөгөн беҙ бер нисә миҫалға туҡталып үтмәксебеҙ. Бәлки, һеҙгә таныштыр был кешеләр. Уҡыуығыҙ бушҡа булмаҫ, һәр ҡайһығыҙ фәһем алырһығыҙ тигән ышаныста ҡалабыҙ.
«Аһ, аһ, улым, ни эшләүең был?»
Бер-бер атлы алты ҡыҙға ғүмер бирҙе Әмирхан менән Зөбәйҙә (исемдәр үҙгәртеп алынды). Малай булыр тип өмөттәрен өҙмәне улар һәм бына, ниһайәт, уллы ла булдылар. Ата-әсәһе, апайҙары һөйөүендә, иркәһендә генә үҫте Ирек. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар түрә вазифаһында эшләгәс, донъя матур, теүәл булды. Шулай ҙа йортто, ерҙе рәсмиләштереүгә ваҡыт етмәнеме, балаларға ышаныс ҙур булдымы - ҡағыҙ эше менән йөрөлмәне. Оло йәшкә етеп, аяҡтан ҡалғас ҡына, атай кеше улына ошо яуаплы эште йөкмәтте: «Улым, апайҙарың менән уйлаштыҡ та, йорт һинеке була - үҙеңә эшләтеп ал. Нигеҙҙе ҡоротаһы булма. Әсәйеңде ҡара, туғандарыңа ишегең һәр ваҡыт асыҡ булһын», - тип васыятын әйтте.
Ирек тап ул әйткәнсә эшләне лә. Әммә ғүмер буйы йыйған донъя бер көн килеп юҡҡа сыҡты. Юҡ, ул һатманы, таратманы мөлкәтте, ә әсәһен ҡыуып сығарҙы, апайҙарына ла өйгә юлды япты. «Аһ, аһ, улым, ни эшләүең был?» - тип, Зөбәҙә күпме илаһа ла, ялбарһа ла улының күңеле иремәне. Ҡәҙерле ҡатынының һүҙен тыңлап, ошо донъяны булдырған, улының тыуыуын бик ныҡ теләгән ғәзиз әсәһен урамда япа-яңғыҙ ҡалдырҙы. Бөгөн уны ҡыҙҙары ҡарай. Йәшәгән йорто йылы, ҡәҙер-хөрмәттә үтә ғүмере. Әммә... бик ҡайтҡыһы килә уның үҙ өйөнә, тормош иптәше менән 60 йылдан артыҡ бергә ғүмер иткән мөйөшөнә. Балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен бергә йыйып күмәкләшеп бер өҫтәл артына ултырып шишмә һыуынан ҡайнатылған самауыр сәйе эсеүҙәрен һағына. Ирекһеҙҙән күҙ йәштәре аға... Үҙ балаңа рәнйеп, үпкәләп буламы һуң инде, ә шулай ҙа һағыныуҙан һағыш баҫа күңелен. Улын йәлләп күңеле әрней: “Үҙ балалары ғына ҡартайған көнөндә урамда ҡалдырмаһындар ине”, тип теләй әсә.
«Өй минеке!»
Туғыҙ баланың һәр береһе ошондай уй менән йәшәне. Әсәйҙәре донъя ҡуйҙы, атайҙары ла хәҙер инде оҙаҡ йәшәмәҫ. Өсөнсө ҡыҙҙары Әлиәнең был теләге бигерәк тә көслө булды, ул хатта улын килеп олатаһының йәшәгән йортона теркәп тә ҡуйҙы, ауыл мәктәбендә уҡытты. Йәнәһе лә оло кешене ҡарай, уға ярҙам итә, иптәш була. Үҙе лә көс түкте ире менән - баҡса үҫтерҙе, мал да үрсетте, яңы мунса, һарай төҙөнөләр, бесән-утынын әҙерләнеләр. Туғандары инде аҙна һайын ҡайтып, кәрәген алып торҙо - эшләгән кеше булғас, аҙығы ла етеш булды, һәр кемгә етте. Әммә туғандары Әлиәне хужабикә тип күрмәне - донъяны һәр береһе үҙенеке тип һананы. Ә атай кеше үҙенсә, бәхәс булмаһын тип, ҡыҙының кесе улына яҙҙырырға уйланы. Уйлау уйлау ғына шул - эшен еренә еткереп ҡуйырға өлгөрмәне: ғаиләгә ҙур бәхетһеҙлек килде - бергә йәшәгән ейәне һыуға батып вафат булды. Бер туғандарға, улын ер ҡуйынына һалған Әлиәне йәлләп булһа ла, йортто уға бирергә лә бит, юҡ шул, элеккесә һәр кем үҙ өлөшөн ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышты.
Ҡатынын, ейәнен ерләү, баларының да араһында аңлашмаусанлыҡтар килеп сығыуына ҡайғыһынан Нәжип ҡарттың да хәле мөшкөлләнде. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс бабайҙы ҡарарға, тәрбиәләргә теләгәндәр күбәйеп китте: балалары ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәре, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары ла ҡалманы. Дауаханаға оҙатып та өлгөрмәнеләр - өйҙә ыҙғыш ҡупты, талаш, донъя бүлеш китте. Бер кем дә бер кемгә лә өлөшөн биргеһе килмәне... Йорт хужаһы балаларын, донъяһын ҡалдырып теге донъяға китеп барҙы. Етеһе етеүгә кесе улы Риф тейәнеп, ҡатынын, кескәй генә өс ҡыҙын эйәртеп, ҡаланан күсеп ҡайтты. Иң ҡыйыны, әлбиттә, Әлиәгә булды. Ни тиһәң дә, күпме көс, ваҡыт сарыф ителгән төҙөлөшкә, мал-тыуар үрсетеүгә, баҡса үҫтереүгә. Ҡустыһы, үҙенсә барыһын да үҙенеке тип һананы. Бер көн килеп еҙнәһе килеп тракторын, моторлы кәмәһен алып китте, ә апаһы малын һатырға кереште, баҙ ҙа бушап ҡалды. Ыҙғыш дауам итте.
Риф ғаиләһе менән өс ай йәшәне ауылда. Әҙерләгән утын да бөттө, бесән әҙерләүҙе уйламаны ла, сөнки аҙбарҙа мал юҡ. Баҡсаның да рәте китте. Ҡайтып тейәнеп киткәндә генә рәхәт булған икән ул! Түләү ҡағыҙҙары ла ай һайын килеп тора. Ҡәйнәһендә йәшәгәндә был проблеманы ла белмәй ине. Баҙҙан банкалап-банкалап тоҙло помидор, ҡыяр ҙа, ҡайнатмалар ҙа сыҡмай - әҙерләргә ҡатынының ваҡыты ла юҡ, белмәй ҙә ул, елкәһе лә йоҡараҡ. Улар ҡалаға кире күсенеп киткәс, Рифтең тағы бер апаһы килеп йәшәп ҡараны, шунан ағаһы... Йәшәп ҡарағандар, әммә был йортта донъя көтә алмағандар берләште, тик Әлиә генә яңғыҙы ҡалды. Уның булдыҡлы булыуын береһе лә үҙһенмәне, үҙ хаталарын таныманы туғандар. Бер көн йорт бушап, йәтимләнеп ҡалды. Әлиә түҙмәй тағы килде бында, әммә уның бында булыуын ишетеп, Рәшит ағаһы килеп инде лә тауыш ҡуптарҙы. Улар проблеманы хәл итер өсөн судҡа мөрәжәғәт итергә булды. Шулай итеп, ата йорто ҡап икегә бүленде...
Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та был хәл. Бөгөн өйҙөң бер яғы төҙөк, ялтлап, гөрләп тора, ә икенсеһе - емерек, ҡотһоҙ. Тәүҙә үк Әлиәгә ҡалдырһалар туғандар барыһы ла тыуған нигеҙҙәренә ҡайтып йөрөр, татыу ғүмер итерҙәр, бер-береһен хөрмәтләр ине. Хәҙер инде улар - мәңгелек дошмандар...
Яҡшылыҡ эшләйем тип...
Әлфиә апайҙың өйөнөң төпкө мөйөшөндәге урындыҡта бер ҡарт ята. Уның барлығы-юҡлығы ла беленмәй, сөнки ул тышҡа сыҡмай, урамда ҡалырмын, тип ҡурҡа. Бына тигән үҙенең йорто ла бар ине уның. Әммә улы өйләнгәс, ҡалала кеше тупһаһында йөрөп арығас, ҡарт эргәһенә ҡайттылар. Икенсегә бала тапҡас, килен әсәлек капиталын юллай башланы. Уны аҡсалата алыу өсөн йорт һатып алырға тигән тейешле ҡағыҙ кәрәк булды. Ә йәштәргә йорт нимәгә? Бар бит ҡарттың өйө, шунда төпләнергә ниәтләп, хужаның мөлкәтен килен кеше үҙенә яҙҙырҙы. Кем уйлаһын, һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда малайының ғүмере ҡапыл өҙөлөр тип? Килене күп уйлап торманы ҡартты ҡыуҙы ла сығарҙы. Ҡағыҙ буйынса өй уныҡы! Бына хәҙер бер нисә ай ул Әлфиә апайҙа көн күрә. Ярай әле кәрәк-яраҡ алырға, түләүҙәрҙе түләргә пенсияһы килеп тора.
Йәшерен-батырыны юҡ, бындай хәбәрҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Ни эшләргә һуң? Ғүмерең буйына йыйған мөлкәтеңдән нисек баш ҡаҡмаҫҡа, һаҡлап алып ҡалырға? Һеҙ ҙә , хөрмәтле гәзит уҡыусылары, фәһем алырлыҡ ғибрәтле хәлдәр менән уртаҡлаша алаһығыҙ.
Ошо аяныслы хәлдәрҙән йыш ҡына беҙҙең редакцияла район гәзите уҡыусыларын бушлай ҡабул иткән юристар аралап ҡала. Бөгөн дә үҙенең кәңәштәре менән юрист Ринат БИКБАЕВ бүлешә:
- Эйе, хәҙерге заманда туған туғанды һанға һуҡмай, әсәне әсә, атаны ата тип белмәй ҡайһы берәүҙәр. Бигерәктә суд барышында туғандарҙың бер-береһен йәберләүен, ҡарттарҙың алданғанын, уларҙың күҙ йәштәрен күреү бигерәк аяныс. Әммә быны иҫкәртергә була бит. Ни өсөн ата-әсәләр мираҫ һәм башҡа документтарҙы нотариусҡа барып тейешенсә барлап ҡуймайҙар? Тап ошо хата бер туғандарҙың ығы-зығы килеүенә сәбәб тә инде. Күп балалы ғаиләлә берәүһе генә ата йортон ҡарай, ололарҙы тәрбиәләй икән, уға иң тәүҙә килешеү (договор пожизненной ренты) төҙөүҙе хәстәрләргә кәрәк. Ҡарттарҙы алдап, өйҙәрен үҙҙәренә яҙҙырып уларҙы ҡыуып сығаралар икән - судҡа мөрәжәғәт итеп үҙ мәнфәғәтеңде яҡларға тырышыу мотлаҡ. Ата-әсәне һанларға теләмәгәндәрҙән алимент юлларға кәңәш итер инем. Оялыу, уңайһыҙланыу был осраҡта урынһыҙ. Мираҫ ҡалдырыу, мөлкәтте һатыу, бүләк итеү, бүлеү тураһындағы килешеүҙәр төҙөр алдынан иң тәүҙә белгестәр менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
PS: Әйткәндәй, әгәр ҙә һеҙ «Көнгәк» гәзитенә яҙылғанһығыҙ икән - һәр йома көндөҙгө 3-тән редакцияла (Воровский урамы, 6) юристарға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Читайте нас: