Конгэк
-5 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
21 Июнь 2018, 14:22
Сара бөтәһенә лә оҡшаны
Үҙәк китапханала асылған “Бөтәһе менән бер тиң” клубында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың атай-әсәйҙәре өсөн байрам ойошторолдо.
Үҙәк китапханала асылған “Бөтәһе менән бер тиң” клубында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың атай-әсәйҙәре өсөн байрам ойошторолдо.
Унда килгәндәрҙең бөтәһе лә Светлана Козырева, Лариса Осовик, Әлфиә Усманова әҙерләгән “Әкиәттәр донъяһына сәйәхәт” викторинаһында әүҙем ҡатнашты. Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы коллективы сығышы сараға дәрт өҫтәне. Шулай уҡ кескәйҙәр һыуҙа һүрәт төшөрөү техникаһы менән танышты. Инвалидтар ойошмаһы рәйесе Ринат Дәүләтшин, үҙәк китапхана, хәйриә сараларына ҙур иғтибар бүлгән “Гармония” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге коллективы бүләктәр таратты.
Байрамдан һуң бер кем дә ҡайтырға ашыҡманы. Балалар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә ошондай саралар күберәк булыуын теләп таралышты.
Венера ФӘЗРАХМАНОВА.
Һүрәттә: байрам сараһынан күренеш.
Автор фотоһы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит