Конгэк
+16 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
27 Июнь 2018, 16:28
Экскурсия бик оҡшаны
“Гармония” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге район-ҡаланың инвалидтар ойошмаһы менән берлектә һаулыҡмөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн төрлө сараларүткәрә.
“Гармония” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге район-
ҡаланың инвалидтар ойошмаһы менән берлектә һаулыҡ
мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн төрлө саралар
үткәрә. Күптән түгел Күмертау авиация етештереү
предприятиеһына экскурсия ойошторҙолар.
Йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре беҙҙе бик йылы ҡаршы алды.
Предприятие тарихы хаҡында ентекле мәғлүмәт биргәс,
кескәйҙәрҙең һорауҙарына яуап бирҙеләр. Аҙаҡ балалар
донъяла ҙур популярлыҡ менән файҙаланған осоу техникаһы
менән танышты. Пилот сифатында штурвал артында
ултырырға теләгәндәр ҙә күп булды. Ошо юлдарҙың авторы
төрлө илдәрҙә сәйәхәттә йөрөгәндә Күмертауҙа
етештерелгән вертолеттарҙың айырыуса Һиндостан, Ҡытай,
Көньяҡ-көнсығыш Азияның Ҡораллы көстәрендә абруй
ҡаҙаныуына шаһит булыуын һөйләне.
Балалар экскурсиянан йылы тәьҫораттар менән һәм
байрамға саҡырыу алып ҡайтты. Унда августа вертолеттар
парады буласаҡ.
Венера ФӘЗРАХМАНОВА.
Һүрәттә: Экскурсиянан һуң иҫтәлеккә фото.
Автор фотоһы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?