Алтай крайы, мәҫәлән, эшһеҙҙәр күрһәткесе буйынса лидер. Мәскәү, Санкт-Петербург, Ямал-Ненец округы, Ханты-Манси автономиялы округтары, Мәскәү өлкәһендә эш таба алмағандар 1-2 процент ҡына тәшкил итә.
Республика исемлектә 50-се урынды биләй, эшһеҙҙәр һаны 1 процентҡа ғына кәмегән.
Район-ҡалала эшһеҙлек күрһәткесе ниндәй? Һаулығың, һөнәрең булып та эш таба алмағанда ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә ниндәй мәғлүмәти ярҙам алырға мөкин? Вакансиияларҙы кем тәҡдим итә?
Йыш ҡына хеҙмәт баҙарында һорау тәҡдимгә тура килмәй. Уҡыу йорттарын тамамлаусылар һөнәре буйынса эш таба алмай, шул уҡ ваҡытта предприятиеларға квалификациялы кадрҙар етешмәй. Эшкә яраҡлы халыҡтың 40 процентын йәштәр тәшкил итә, мәшғүллек үҙәгенең төп көсө тап ошо категорияға йүнәлтелгән булырға тейеш.
Белем биреү учреждениелары белгестәр әҙерләү йүнәлешен хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжға ҡарап һайлай. Ул иһә ғәҙәттә йәмғиәттең матди файҙа һәм һөнәрҙең абруйы хаҡындағы фекеренән сығып билдәләнә.
Күптәрҙе борсоған ошо көнүҙәк һорауҙарҙы халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Иван Владимирович Артемьевҡа йүнәлттек:
- Иван Владимирович, йыл башынан байҡау яһағанда район-ҡалала эшһеҙлек кәмегәнме, әллә киреһенсә артамы?
- 1 ғинуарға ҡарата, иҫәптә 404 кеше теркәлһә, 1 июлгә уларҙың 11-е эш тапты. Был ҙур һан түгел, әлбиттә. Йыл башында эш урындары буйынса 827 вакансия тәҡдим итһәк, 1 июлдә ул 1135-кә етте. Йәйгеһен хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек кәмей. Алты айҙа үҙенә оҡшаған эш эҙләп 853 кеше мөрәжәғәт итте, шуларҙың 597-е эш тапты, шул иҫәптән 397-е мәшғүллек үҙәге йүнәлтмәһе буйынса.
- Мәшғүллек үҙәгенең төп йүнәлеше нимәлә?
-Беренсе сиратта, граждандарға психологтк яҡтан ярҙам күрһәтеү, күңел төшөнкөлөгөнән аралау, һөнәри белемен камиллаштырыу. 72 кешегә икенсе һөнәр алыу мөмкинлеге тәҡдим иттек. Улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар күберәк, шулай уҡ балалар менән декрет ялында ултырыусылар, хаҡлы ялдағылар ҙа булды.
Беҙ йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү буйынса төрлө саралар уҙғарабыҙ. Дөйөм һөнәри белем биреү учреждениелары сығарылыш уҡыусылары юғалып ҡалмаһын тигән маҡсатта предприятие, ойошмаетәкселәре араһында килешеү төҙөйбөҙ, студенттар ошонда уҡ практика үтә.
Беҙ инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ.
Әлбиттә. Һаулығы буйынса ҡыйынлыҡ кисергән 10 кеше эшкә урынлаштырылды. Граждандарға эшҡыуарлыҡты ойоштороуҙа ла булышлыҡ итәбеҙ. Ойоштороу, мәғлүмәти, хоҡуҡи ярҙам, бизнес-план төҙөү, һөнәри йүнәлеш (ориентация) йәһәтенән ярҙам күрһәтәбеҙ. Беҙ эшһеҙҙәргә эш, ә предприятиеларҙы кадрҙар менән тәьмин итеүгә баҫым яһайбыҙ. Ярты йылда 3 эш йәрминкәһе ойошторп, 56 кеше күңеленә ятыш һөнәр тапты.
Иван Владимирович, йәйге осорҙа һеҙҙең үҙәк тарафынан үҫмерҙәр ҙә эш таба, мәктәпкә тиклем аҡса эшләп, үҙҙәрен һынап ҡарай.
Йәйге каникулдар осоронда бәлиғ булмағандарҙы эшкә урынлаштырыу маҡсатында предприятиелар менән килешеү төҙөлдө, 303 уҡыусы эшкә урынлаштырылды. Уларҙың һаны йылдан йыл арта. Тимәк, улар хеҙмәт тәмен татый, үҙ аллы аҡса тупларға өйрәнә. Эш эшләгән граждандарға беҙҙең мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайбыҙ.
- Бөгөн мәшғүллек үҙәге үҙ алдына ниндәй өҫтөнлөклө бурыстар ҡуя?
- Төп маҡсатыбыҙ - эшһеҙлек кимәлен кәметеү, эш биреүселәр менән күберәк хеҙмәттәшлек итеү, уҡыу йорттарын тамамлаусыларға стажировка үтеүгә шарттар булдырыу, инвалидтарҙы эшле итеү, кешеләргә үҙ эшен асыусыларға булышлыҡ итеү. Бынан тыш, яңы һөнәр үҙләштереү, граждандарҙы йәмәғәт эшенә йәлеп итеү, эшкә урынлаштырыу, йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ.
- Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!