Конгэк
-3 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Август 2018, 13:20
Балаларға ярҙам итәйек!
1 июлдән 25 августҡа тиклем дауам итәсәк был сара һигеҙенсе йыл рәттән уҙғарыла.
Уның маҡсаты - ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү.
Сараны үткәреү тураһындағы положениеға ярашлы, “Ғаилә” үҙәктәрендә, шулай уҡ уларҙың ҡала һәм райондарҙағы бүлексәләрендә халыҡтан һәм ойошмаларҙан мәктәп кәрәк-ярағы йыйыла. Канцелярия тауарҙары, китаптар, яҙыу-һыҙыу кәрәк - яраҡтары, портфель һәм мәктәп формалары һәм башҡа уҡыу өсөн кәрәк тип һаналған әйберҙәр килтерергә мөмкин. Уларҙың таҙа һәм бөтөн булыуы шарт.
Йыйылған кәрәк-яраҡ август аҙағында мөмкинлектәре сикләнгән, ишле һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәргә тапшырыласаҡ.
Был сарала теләгән кеше ҡатнаша ала.
Әйберҙәр ошо адрес буйынса ҡабул ителә: Мәләүез ҡалаһы, Док урамы, 11 а (“Ғаилә” көньяҡ район-ара үҙәгенең Мәләүез районындағы бүлексәһе)
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Йорт усағы
24 Март , 17:00
“Ҡатыҡ тәмләү” йолаһы
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Март , 10:00
Башҡортостан уҡытыусылары "Мин - остаз " бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша