Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
3 Октябрь 2018, 19:45

Ихтирамға лайыҡ быуын

Өлкәндәр көнөн оло йәштәге һәм инвалид граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү бүлегендә йәшәгәндәр йыл һайын көтөп ала.

Өлкәндәр көнөн оло йәштәге һәм инвалид граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү бүлегендә йәшәгәндәр йыл һайын көтөп ала
Был көндә уларҙы район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡотлай һәм бүләктәр тапшыра. Ғөмүмән, оло быуын вәкилдәре төбәктә һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Уларҙың тормош юлы, тәжрибәһе, аҡыллы кәңәштәре бөгөнгө йәштәргә, үҫмерҙәргә бик мөһим. Илебеҙ ҡаҙаныштары, уңыштары нигеҙен тап өлкән йәштәгеләрҙең тырыш хеҙмәте тәшкил итеүен, уларҙың күбеһе йәмәғәт ойошмаларында үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә ҡатнашыуын Рөстәм Наил улы ҡотлау сығышында билдәләп үтте.
Изге теләктәре һәм бүләктәре өсөн район Хакимиәте етәкселегенә ҡарттар йортонда тәрбиәләнеүселәр исеменән Александр Русаков рәхмәт әйтте. Шулай уҡ намыҫлы эше, иғтибары өсөн социаль хеҙмәтләндереү бүлеге хеҙмәткәрҙәренә йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Тантаналы сара ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәр артистары сығышы менән тамамланды.
Һүрәттә: район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов оло йәштәгеләргә бүләк тарата.
Автор фотоһы.

Өлкәндәрҙе хәстәрләп

Һыртлан ауылында өлкән йәштәгеләр иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Кисә клубта оло инәйҙәр һәм бабайҙар өсөн байрам үткәрелде.
Иштуған ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәйрүзә Буранғолова үҙенең ҡотлау телмәрендә йыйылыусыларҙың барыһына ла фиҙаҡәр хеҙмәттәре, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Был сарала ауылдаштары Динәхмәт Мөхәмәтовты быйыл пенсияға сығыуы, шулай уҡ оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләгән, депутат булараҡ ил хәстәрен күтәргән Ғилминур Ибраһимованы 90 йәшлек юбилейы менән тәбрикләне.
Һыртлан башланғыс мәктәбе уҡыусылары, ауылдың таланттары әҙерләгән концерт барыһының күңеленә хуш килде.
Азалия ХӘЙРУЛЛИНА.

Читайте нас: