25 сентябрҙән бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, Башҡортостанда ла йәштәр араһында пенсия, социаль мәғлүмәтлелекте арттырыу маҡсатында белем биреү программаһы тормошҡа ашырыла башланы. РФ Пенсия фонды белгестәре интернет-ресурстарҙан “Уҡыусыларға пенсия тураһында” һәм “Уҡыу һәм йәшәү өсөн” интернет-ресурстар ҡулланмаһын файҙаланып, тематик дәрестәр уҙғарасаҡ. Пенсия фонды дәреслеге йыл һайын баҫыла. Яңы уҡыу йылына йәштәргә һуңғы үҙгәрештәр ингән әсбап тапшырыла. Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәренең уҡыусылар менән осрашыуҙары, пенсия күләмен билдәләүгә йоғонто яһаған хеҙмәт эшмәкәрлеге тамамланғас, финанс тәьминәте, йәғни пенсия менән тәьмин итеү мәсьәләләрен аңлатыуға ҡорола.
Башҡортостан технология һәм идара итеү институтының филиал студенттарына пенсия хоҡуҡтары, уның нимәгә бәйлелеге, СНИЛС карточкаһының нимәгә кәрәклеге, буласаҡ пенсияң хаҡында йәштән үк хәстәрлек күреү зарурлығы, эш хаҡын “конвертта” түгел, рәсми түләүҙең мөһимлеге тураһында һөйләнеләр. Лекцияны тыңлағандарҙың бөтәһенә лә “Барыһы ла буласаҡ пенсия хаҡында: уҡыу һәм йәшәү өсөн” дәреслеге, тематик буклеттар, брошюралар тапшырылды.
Ошондай уҡ саралар республикабыҙҙың башҡа райондарында һәм ҡалаларында үткәрелде.