Проект буйынса халыҡ ниндәй эш башҡарыу тураһында үҙе ҡарар ҡабул итә. Уҙған йыл йомғағы буйынса республикала меңгә яҡыны тормошҡа ашырылған - балалар спорт майҙансыҡтары, һыу менән тәьмин итеү системаһы, урамдарҙы яҡтыртыу, юл һәм күперҙәр, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары төҙөү, коммуналь техника һатып алыу һәм башҡалар.
Аптраҡ ауыл биләмәһенң Хәсән ауылы халҡы йыйылышта балалар спорт майҙансығы кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул иткән ине, сөнки йәштәр ауылда ҡала, балалар һаны арта, төрлө саралар күп ойошторола. Башланған эш - бөткән эш. Ошо көндәрҙә ауыл үҙәгендә төрлө йәштәге балалар өсөн тәғәйенләнгән уйын майҙансығы сафҡа тапшырыу күҙаллана.
- Иң мөһиме, майҙансыҡ бер ваҡытта ла буш тормаһын, балаларҙың шат тауышы тынмаһын, күркәм башланғыс ҡатнашлығында сафҡа тапшырылған объектты һаҡлаһындар, - ти хәсәндәр.
Эйе, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын файҙаланығандар һис тә яңылышмай, киреһенсә, ота ғына. Уның ауылды үҫтереүҙәге өлөшө баһалап бөткөһөҙ икәнлеген яҡшы аңлай халыҡ.
ҺҮРӘТТӘ: яңы уйын майҙансығы бына шулай.