Конгэк
-5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
19 Октябрь 2018, 11:29

Һорау – яуап

- Миңә 74 йәш, ҡыҙым, кейәүем, ейәнсәрҙәр менән үҙ өйөмдә торам. Тормош иптәшем вафатына байтаҡ. Балаларым, өйҙө беҙгә бүләк ит, тип өгөтләй. Миңә ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?
- Мөлкәтегеҙҙе бүләк итеү тураһындағы килешеү дәүләт теркәлеүе үткәндән һуң, өйгә хужа була алмайһығыҙ. Күп йыллыҡ юрист тәжрибәһенән сығып, шуны әйтә алам: йорттарын бүләк иткән ата-әсәһен үҙ балаларының өйҙән ҡыуған осраҡтары юҡ түгел. Судта бүләк итеү тураһындағы килешеүҙе юҡҡа сығарыу икеле.
- Күптән түгел телефон аша банк хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһында ҡыҙымдың кредит картаһы ҡулланып, ювелир магазинынан 48 меңлек биҙәүес әйберҙәре алғанлығын хәбәр итте, ә хәҙер ваҡытында түләүҙе таптырып шылтыраталар. Минең ҡыҙым бер кредит картаһы ҡулланғаны булманы. Хәҙер беҙгә ни эшләргә?”
- Кредит алмағас, әлбиттә, түләргә кәрәкмәй. Оҙаҡҡа һуҙмайынса, ғариза менән полицияға йәки прокуратураға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр ҡыҙығыҙ, һеҙ әйткәнсә, кредит картаһын ҡулланмаған икән, үрҙә телгә алынған ойошмалар енәйәт эше ҡуҙғатырға тейеш. Ул ваҡытта һеҙҙе адвокат йә иһә ышаныслы кешегеҙ яҡлай ала.
Һорауҙарға юрист Ринат Бикбаев яуап бирҙе. Һәр йома көндөҙгө 3-тән “Көнгәк” редакцияһында юрист хеҙмәтенә район гәзитен алдырыусылар үҙҙәренең һорауҙары менән мөрәжәғәт итә ала. Консультация бушлай.
Читайте нас: