ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
7 Ноябрь 2018, 17:17

Йәшәү минимумы арта

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында депутаттар республикала 2019 йылға пенсияға социаль өҫтәмә хаҡын билдәләү өсөн йәшәү минимумы күләмен билдәләне.

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында депутаттар республикала 2019 йылға пенсияға социаль өҫтәмә хаҡын билдәләү өсөн йәшәү минимумы күләмен билдәләне. Уҙған йыл менән сағыштырғанда пенсияға социаль түләүөсөн йәшәү минимумы 8320 һум урынына 8645 һум алына. Түләүҙең был төрө эшләмәгән пенсионерҙарға 2010 йылдың 1 ғинуарынан билдәләнгәйне. Ул һәр кешегә айырым иҫәпләнә.
2019 йылдың 1 ғинуарынан пенсияға өҫтәмәгә быға тиклем ошо хоҡуҡ менән файҙаланмағандар ғына ғариза яҙа. Уны быйыл 1 декабрҙән Пенсия фонды идаралығына тапшырыу мотлаҡ, сөнки өҫтәмә 2019 йылдың 1 ғинуарынан тәғәйенләнә. Пенсияға дәғүә иткән 18 йәше тулмағандарға социаль түләү алыу өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй.
Елена МЯЧИНА, Мәләүез район-ҡалаһы буйынса Пенсия Фонды идаралығы начальнигы.
Читайте нас: