Хәҙер Әсәлек капиталын алыуға ғаризаны биреү генә түгел, ә сертификаттың үҙен дә электрон төрҙә алырға була. Район-ҡаланың 9 ғаиләһе яңы мөмкинлек менән файҙаланды ла инде.
Бының өсөн Пенсия фондының рәсми сайтындағы шәхси кабинет аша һәм дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза биреү шарт. Артабан үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта 5 эш көнө дауамында идаралыҡҡа тейешле документтарҙы илтеү мөһим.
Электрон сертификаттың төп өҫтөнлөгө шунда: уны алыу өсөн яңынан мөрәжәғәт итергәкәрәкмәй. Пенсия фонды тарафынан ыңғай ҡарар сығарылғас, электрон сертификат автомат рәүештә ғариза биреүсенең шәхси кабинетына ебәрелә. Уны экрандан ҡарарға йә ҡағыҙға сығарырға мөмкин.
Әсәлек капиталы программаһы 2021 йылдың 31 декабренә тиклем тормошҡа ашырыла. Сертификатты алыу, тотоноу ваҡыты сикләнмәгән.
Әсәлек капиталы башлыса торлаҡ алыуға тотонола. Район-ҡалала 5,5 мең ғаилә уның иҫәбенә торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Был маҡсатҡа йүнәлтелгән сараларҙың дөйөм суммаһы 2,08 миллиард һум тәшкил итте. Балаһын уҡытыуға тотоноу мөмкинлеген 150 ғаилә файҙаланды. Бер тапҡыр түләү төрөндә 80 миллион һум күсерелде.
Әсәлек капиталын файҙаланыу алымдары даими рәүештә киңәйә. Икенсе балаһы тыуған (йәки уллыҡҡа алған) ғаиләләр өсөн 2018 йылдың 1 ғинуарынан айлыҡ түләү алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Республикала һуңғы 12 айҙа ғаиләнең һәр ағзаһының килеме 14247 һумдан ашмаған ғаилә капиталдан ай һайын түләү алыу хоҡуғына эйә. Айлыҡ түләү күләме 8892 һум тәшкил итә һәм ул балаға 1,5 йәш тулғансы түләнә. Әгәр Әсәлек капиталы тулыһынса тотонолһа, ғаилә йәшәгән урынын алмаштырһа һәм сабыйға 1,5 йәш тулһа түләү туҡтай.
Елена МЯЧИНА, идаралыҡ начальнигы.